Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Республика Башкортостан,
г. Баймак, ул. Мира, дом 1
MENUMENU
Яндекс.Метрика

Башҡортса яҙмалар

Табибҡа электрон яҙылыу сервисындағы үҙгәрештәр тураһында.

Хөрмәтле пациенттар!
2017 йылдың 1 октябренән doctor.bashkortostan.ru Башҡортостан Республикаһы Медицина хеҙмәттәренең берҙәм порталында авторизация үтеү, электрон формала дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһындағы (ЕСИА) теркәлеү яҙмаһы менән генә башҡарып буласаҡ.

Башҡортостан Республикаһының Медицина хеҙмәттәренең берҙәм порталында хеҙмәттәр алыу өсөн, һеҙгә порталда теркәлеү, һәм раҫланған ЕСИА теркәлеү яҙмаһы булыуы мотлаҡ.

ЕСИА-ла теркәлеү, теркәлеү яҙмаһын раҫлау һәм тергеҙеү ҡағиҙәләре менән дәүләт хеҙмәттәре порталында таныша алаһығыҙ. Адресы: gosuslugi.ru .

Саҡырыуҙар күп булмаһын

Тап шундай теләктәр менән ҡайттыҡ беҙ Икенсе Этҡол ауылынан. Ни өсөн? Сөнки был ауылда Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең филиалы асылды.
Яңы талаптарға ярашлы, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте саҡырыу алғас та 20 минутта кәрәкле урынға барып етергә тейеш. Ә беҙҙең район бик ҙур. Иң төпкөлдә ятҡан ауылға барып етеү өсөн кәмендә 1-2 сәғәт ваҡыт талап ителә. Шуны күҙ уңында тотоп, Баймаҡ ҡалаһынан алыҫта урынлашҡан ауылдарҙа “Ашығыс ярҙам”дың филиалдары асыла башланы. Бөгөн был хеҙмәт Беренсе Төркмән, Урғаҙа, Иҫке Сибай, Темәс ауылдарында эшләй. Ә инде яңы филиал Икенсе Этҡол, Байым, Ниғәмәт, Бикеш, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, Таулыҡай халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Читать далее

Сысҡан кескәй булһа ла …

syskan

Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк – үлем ҡурҡынысы менән янаған йоғошло сир. Ул ҡан тамырҙарына, бөйөрҙәргә, үпкәгә һәм башҡа органдарға зыян килтерә. Сир ҡыр кимереүселәренең бүлендектәре аша йоға, йәғни бүлендекле туҙан аша кеше организмына эләгә. Ҡайһы ваҡыт бысраҡ ҡул менән тәмәке тартҡанда  һәм ашағанда йәки вирус йөрөткән сысҡан тейгән ризыҡты ҡулланғанда зарарланырға мөмкин. Был сир кешенән кешегә йоҡмай. Читать далее

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Республика медицина профилактик (иҫкәртеү) үҙәге

Киҙеүҙе һәм киҫкен респираторлы – вируслы инфекцияны иҫкәртеү (профилактика)

Өфө 2016

Киҫкен респираторлы-вируслы инфекциялар бөгөнгө көнгә тиклем алдан әйтеп булмаҫ мәсьәлә булып ҡала. Улар бөтә илдәрҙең халҡы һаулығына һәм иҡтисадына ҙур зыян килтерә. Киҙеү эпидемияһы осоронда халыҡтың 5 – 15% ауырый, шуларҙың Читать далее

Хирургияға бағышланған ғүмер

Һуғыштан 1 йыл алда ғына ғаиләлә дүртенсе булып тыуған сабыйға уҡымышлы атаһы Фәйзер Зияев Дарвин тип исем бирә. Улын рәхәтләнеп яратып та өлгөрмәй – һуғыш сығып, ул фронтҡа китә һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Дарвин Фәйзер улы Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында әсәһе ҡарамағында үҫә. Һуғыштан һуң ауылда балалар йорто асыла һәм әсәләре унда тәрбиәсе булып эшләй. Дарвин 7-се класҡа тиклем үҙҙәренең мәктәбендә белем ала, ә урта мәктәпте район үҙәгендә тамамлай. Бында ул буласаҡ тормош юлдашы Зәйтүнә менән таныша, бергә уҡыйҙар. Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы бит инде – егет ҡыҙҙы оҙатып йөрөй. Ләкин юлдары оҙаҡҡа айырылып тора – ул ваҡытта юғары уҡыу йортона инерҙән алда 2 йыл стаж кәрәк була. Дарвин үҙҙәренең мәктәбенә хеҙмәт уҡытыусыһы, лаборант булып эшкә ҡайта, колхозда төҙөлөш бригадаһында көс түгә. Унан өс йыл хәрби хеҙмәттә булғандан һуң Өфө ҡалаһының моторҙар төҙөү заводына фрезеровщик уҡыусыһы булып урынлаша. Заводтың ФЗО-һында 4 ай уҡып ала. Шул йылда Башҡорт дәүләт медицина институтында әҙерлек курстары асыла. Дарвин Фәйзер улы бер юлы эшләп тә, уҡып та йөрөй. Киләһе йылына ул институт студенты булып китә. Тырыш егет 6 йыл буйы юғары стипендия алып уҡый.
90-сы йылдар. Дарвин Зыяев рентген һүрәтен тикшерә

Читать далее

Яҡшы һүҙ – йәнгә дауа

Медицинала осраҡлы кешеләр юҡ. Дауахана кабинеттары, пациенттар менән тулы коридорҙар, ауырыуҙарҙы дауалау мәлдәре һәм кәрәкле медицина ярҙамын алып, аяҡҡа баҫыусыларҙы күреү шатлығы менән бәйле уйҙарҙы күңелдә йөрөтөп, был һөнәр хаҡында бала саҡтан уҡ хыялланалар. Бөгөнгө геройҙарыбыҙ үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһы терапевтары Гөлнара Рамаҙан ҡыҙы һәм Дәлхә Хәйрулла улы Ғәлиндар өсөн иң мөһиме — ауырыуҙан һуң аяҡҡа баҫып, йәшәүгә көс, өмөт алған кешенән ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү. Пациенттың йылмайыуы, күңел күтәренкелеге табип өсөн дә шифалы дауа. Был һис тә арттырыу түгел, бөтә йөрәктән ярҙам итеү теләге күңел талабына әүерелмәһә, улар, моғайын да, башҡа юлды һайлаған булыр ине.
Читать далее

Тәжрибәле терапевт

…Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Баймаҡ дауаханаһына килгән бер төркөм йәштәрҙе тар коридорҙар, ағас иҙәнле бәләкәй генә ҡыҙыл төҫтәге бина ҡаршы ала. Ул табиптар араһында терапевт һөнәрен үҙләштергән Зәйтүнә Хәйретдин ҡыҙы Яхина ла була.
“Баймаҡҡа мин 1967 йылдың 13 июлендә курсташтарым менән бергә йүнәлтмә буйынса ҡайттым. Үҙем сығышым менән Түбә ҡасабаһынан. Ул ваҡытта 100 койка урынға иҫәпләнгән ҡыҙыл дауаханала 7 табип эшләй ине”, – тип Зәйтүнә Хәйретдин ҡыҙы хәтер ебен һүтә.
Районға йүнәлтмә менән ҡайтҡан Зәйтүнә Хәйретдин ҡыҙын Өфөлә медицина институтында белем алып йөрөгән тормош иптәше Фәрит Әхмәт улы оҙатып ҡала. Шуғалырмы, йәш ҡатын ике йылдан Баймаҡтан китермен, тип өмөтләнә: “Тик тормош башҡасараҡ булды. Бергә килгәндәрҙән бер мин генә тороп ҡалдым. Тормош иптәшем ситкә китеүгә ҡырҡа ҡаршы төштө. Ул тыуған еренә хеҙмәт итеүҙе өҫтөн күрҙе. Баштараҡ күндереп маташтым, унан, өйрәнеп алғас, үҙемдең дә киткем килмәне. Тора-бара дауахана тыуған йортобоҙға әүерелде”. Читать далее

Халҡыбыҙҙы берләштергән байрам

Хөрмәтле Баймаҡ районы халҡы!
Ҡәҙерле һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Иртәгә, 30 октябрҙә, беҙ район һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең 100 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Был мөһим ваҡиға бар район халҡын берләштерә. Сөнки һәр кем донъяға килеү менән аҡ халатлыларҙың хәстәрлегенә сорнала. Уларҙың юғары һөнәри һыҙаттары, иғтибарлы ҡарашы, иң оло ҡиммәттәрҙең береһе булған һаулыҡты һаҡларға ярҙам итә.
Райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең 100 йыллыҡ үҫешендә бик күп эш башҡарылған. Үҙ эшенең оҫтаһы булған бер нисә быуын табиптар медицина һәр кемгә уңайлы, сифатлы булһын өсөн бар көсөн һалған. Бөгөн беҙ райондың медицина учреждениелары үҙҙәренең эшен намыҫ менән башҡара тип оло ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ. Улар халыҡҡа сифатлы ярҙам күрһәтә, ауырыуҙарҙы профилактикалау, сәләмәт тормошто пропагандалау өсөн барыһын да эшләй. Быны йәмәғәт һаулығы күрһәткестәренең яҡшырыуы ла дәлилләй.
Был тантаналы көндә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын 100 йыллыҡ юбилей менән ҡайнар ҡотлайым! Һеҙ ғүмерегеҙҙе күп көстө, тәжрибәне, белемде, күңел киңлеген, миһырбанлыҡты талап иткән донъялағы иң изге һөнәргә бағышлағанһығыҙ.
Ошо өлкәлә эшләгән бар ветерандарға ҙур рәхмәт! Һеҙҙең көсөгөҙ менән райондың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары булдырылды һәм улар йылдар дауамында юғары кимәлдә эшләп килде.
Райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе артабан да үҫешеүен, медицина ярҙамының иң төпкөл ауылдарҙа ла уңышлы һәм сифатлы эшләүен теләйем. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ, ауыр эшегеҙҙә яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем!
И. СИТДЫҠОВ,
район хакимиәте башлығы.

* * *

Бисмилләһир-рәхмәнир-рахим!
Хөрмәтле һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе Баймаҡ ҡала дауаханаһының 100 йыллыҡ юбилейы менән ихлас ҡотлайым. Һайлап алған һөнәрегеҙ тәү нәүбәттә сабырлыҡ, шәфҡәтлелек үә мәрхәмәтлелек талап итә. Изге эшегеҙҙе башҡарыу өсөн тәүлек әйләнәһенә сафта тороуығыҙ менән оло ихтирамға лайыҡһығыҙ. Аллаһы Тәғәлә барығыҙға ла һаулыҡ-сәләмәтлек, хәләл кәсеп, хәйерле үә иманлы ғүмерҙәр насип ҡылһын. Амин.
Изге теләктәр үә доғалар менән Баймаҡ районының имам-мөхтәсибе Хәмзә хәҙрәт Хафизов.

«Һаҡмар» гәзитенән

Эшенән йәм таба

Айгөл Мырҙабулатова – Сәйғәфәр ауылы ҡыҙы. Әсәһе Гөлшат Әбделхәй ҡыҙы һәм атаһы Рәсүл Мөхәмәҙи улы ҡыҙҙарын үҙҙәре кеүек уңған, эшһөйәр итеп тәрбиәләргә ынтыла. Фельдшер булып эшләгән әсәһенең көн-төн кешеләргә ярҙамға ашығыуын күреп үҫә ҡыҙ. Шуға күрә Айгөл дә медицина училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тама

млағас, белемен камиллаштырыу өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетының юғары шәфҡәт туташтары факультетында белем ала.
Айгөл Рәсүл ҡыҙы Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының иҫәп һәм медицина статистикаһы кабинетының мөдире булып эшләй. Район һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең бар мәғлүмәте уларҙың хеҙмәте аша үтә.
А. Мырҙабулатованың эшенә намыҫлы ҡарашы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты, район-ҡаланың Почет грамоталары менән билдәләнгән. Эшенән йәм табып эшләгән Айгөл Рәсүл ҡыҙының артабан да тик шатлыҡ-ҡыуаныстарға, уңыштарға сорналып йәшәүен теләйбеҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

«Һаҡмар» гәзитенән