Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Россия, РБ, г. Баймак, ул. Мира, 1
Тлф/Факс (Приемная Главного врача) (34751) 3-21-61.
Взрослая поликлиника (регистратура) (34751) 3-22-52.
Детское поликлиника    (регистратура) (34751) 3-20-21.
Приемный покой (34751) 3-22-09.
E-mail: baimak.cgb@doctorrb.ru

Вызов "Скорой помощи" осуществляется по номерам:
с мобильного телефона - 103 и 112,
со стационарного телефона - 03.

Архив записей
Декабрь 2013
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031  

Архив за день: 27.12.2013

1988 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы СПИД ауырыуының пандемияға әүерелеүенә, йәғни үтә ныҡ таралыуына борсолоу белдергәйне. Был проблемаға кешеләрҙең иғтибарын йүнәлтеү өсөн 1 декабрь – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө тип иғлан ителде. Читать далее

Көндәр һалҡынайыу менән беҙ йәшәгән еребеҙгә яҡынлашҡан киҙеүҙән хәүефләнәбеҙ. Сөнки грипп йылдан-йыл көслө, төрлө хроник ауырыуҙары менән бергә килә. Унан ниндәй ҡотолоу юлы бар? Ғөмүмән, районыбыҙҙың халҡын ошо киҙеүҙән һаҡлау өсөн ниндәй эштәр башҡарыла? Ошо хаҡта беҙ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Ш.Т. Әбдрәхимовтан мәғлүмәт алдыҡ. Читать далее

Кабинетҡа районыбыҙҙың хөрмәтле, бер аҙ ҡырыҫ холоҡло табибы килеп инеүе бер аҙ аптыратты. Сөнки уның журналистар менән әңгәмә ҡорорға ла ваҡыты бик һирәк табыла. Һәр саҡ эштә, ҡайҙалыр ашыға, йүгерә. Читать далее

Һаулығың – байлығың, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде. Һау саҡта көн дә матурыраҡ күренә, ниндәйҙер эштәр башҡарыла. Хатта ашаған аҙығың да татлыраҡ, тәмлерәк була. Ә бына һаулыҡ һине ташлап китһә, аяҙ көндәр ҡарая, ризыҡ таты юғалған төҫлө тойола. Тап шундай көнгә ҡалған кеше иң тәү сиратта табипҡа мөрәжәғәт итә. Ниндәйҙер мөғжизә менән ул тормош йәмен кире ҡайтарыр, тип уйлай. Шөкөр, районыбыҙҙа заманса йыһазландырылған, иң мөһиме, оҫта белгестәр тупланған дауаханабыҙ бар. Читать далее

Донъяла киҫкен респиратор ауырыуҙар киң таралған. Бәғзеләр уны ҡышҡыһын ғына була, тип яңылыша. Эйе, бындай ауырыуҙар һалҡын төшөү менән әүҙемләшә башлай. Сөнки был ваҡытта кешенең иммунитеты түбәнәйә. Әммә киҫкен респиратор ауырыуҙар йәйгеһен дә, йәғни йылдың һәр миҙгелендә була. Читать далее

“Һөйгәнемә ҡарап үҙемде ҡәһәрләнем”

2000 йылда беҙҙең район-ҡалала ВИЧ инфекциялы 1 кеше бар ине. Хәҙерге ваҡытта уларҙың һаны 71-гә етте. Шуларҙың араһында ВИЧ-инфекцияға дусар булып донъяға килгән бала бар. Бынан биш-алты йыл элек кенә инфекция бүлеге мөдире, табип-инфекционист Г.Ә. Латыпова: “Әгәр ВИЧ былай тиҙ таралыуын дауам итһә, тиҙҙән һәр беребеҙҙең был ауырыуға дусар булған танышы буласаҡ”, – тип борсолоуын белдергәйне. Эйе, был һүҙҙәр әсе хәҡиҡәт булып сыҡты. Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға ВИЧ-инфекцияға дусар булған егет менән әңгәмә тәҡлим итәбеҙ. Уның һүҙҙәре һәр кемебеҙ өсөн һабаҡ булһын ине. Читать далее

Редакцияға табиптарға йөрәк йылыһы менән яҙылған рәхмәт хаттары бик күп килә. Ысынлап та, “Сирле кеше, һыуһыҙ үҫкән гөл кеүек…” тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Шуға күрә ғүмереңдең һынылышлы, ауыр мәлендә ярҙамға килгән, һине аяҡҡа баҫтырған табип та иң яҡын кешеңә әүерелә. Читать далее

2015 йылдан дәүләт, мәғариф учреждениеларында ғына түгел, ә кафеларҙа, йәмәғәт транспортында ла тәмәке тартыу тыйыласаҡ. “Халыҡтың һаулығын тәмәке төтөнөнән һәм уның зыянынан һаҡлау” тураһындағы закондың проекты ошо айҙа РФ Дәүләт Йыйылышында ҡараласаҡ. Ошо хаҡта РФ Дәүләт Йыйылышы депутаты, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева ла үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Читать далее

Туберкулез – иң боронғо ауырыуҙарҙың береһе. Ул меңәрләгән ғүмерҙәрҙе ҡыйған афәт. Был сир тураһында белешмәләр боронғо китаптарҙа яҙып ҡалдырылған, ғалимдар уның йоғошло ауырыу икәнлеген иҫбатлау өсөн төрлө эҙләнеүҙәр үткәргән. 1882 йылда немец ғалимы Роберт Кох микроскоп аша туберкулез таяҡсаларын күрә алған һәм был таяҡсаларҙың туберкулез сирен тыуҙырыуын иҫбатлаған. Читать далее