Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Республика Башкортостан,
г. Баймак, ул. Мира, дом 1

Яҡшы һүҙ – йәнгә дауа

Медицинала осраҡлы кешеләр юҡ. Дауахана кабинеттары, пациенттар менән тулы коридорҙар, ауырыуҙарҙы дауалау мәлдәре һәм кәрәкле медицина ярҙамын алып, аяҡҡа баҫыусыларҙы күреү шатлығы менән бәйле уйҙарҙы күңелдә йөрөтөп, был һөнәр хаҡында бала саҡтан уҡ хыялланалар. Бөгөнгө геройҙарыбыҙ үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһы терапевтары Гөлнара Рамаҙан ҡыҙы һәм Дәлхә Хәйрулла улы Ғәлиндар өсөн иң мөһиме — ауырыуҙан һуң аяҡҡа баҫып, йәшәүгә көс, өмөт алған кешенән ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү. Пациенттың йылмайыуы, күңел күтәренкелеге табип өсөн дә шифалы дауа. Был һис тә арттырыу түгел, бөтә йөрәктән ярҙам итеү теләге күңел талабына әүерелмәһә, улар, моғайын да, башҡа юлды һайлаған булыр ине.
Гөлнара Рамаҙан ҡыҙы Йылайыр районы Яманһаҙ ауылынан. Юлдыбай урта мәктәбенең һигеҙенсе класын тамамлаған ҡыҙ 1984 йылда Сибай медицина училищеһына фельдшер бүлегенә уҡырға инә. Уны тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Өфө ҡалаһындағы БАССР-ҙың Министрҙар Советы дауаханаһына шәфҡәт туташы итеп эшкә ебәрелә. Бер йыл эшләгәндән һуң, Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. Уҡыу менән эшен дә бергә алып бара тырыш ҡыҙ.
Дәлхә Хәйрулла улы Таулыҡай ауылында ун балалы билдәле тимерсе ғаиләһендә тыуып үҫә. Уны ла бала саҡ хыялы медицинаға алып килә һәм ул бар ғүмерен ошо һөнәргә арнай. Мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Ошо уҡыу йортоноң фельдшер бүлеген тамамлағас, Мәләүез районының Шәрип ауылында фельдшер булараҡ хеҙмәт юлын башлай. 1984-1987 йылдарҙа хәрби-диңгеҙ ғәскәрҙәрендә һалдат бурысын үтәй. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә, шул уҡ ваҡытта Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһында эшләп тә йөрөй.
Ғәлиндар 1990 йылда матур ғаилә ҡора. Диплом алғас, йәш белгестәр Баймаҡҡа эшкә ҡайта.  Район дауаханаһында интернатура үткәндән һуң, Дәлхә Хәйрулла улы Таулыҡай ауыл-врач амбулаторияһының баш врачы итеп тәғәйенләнә. 1997 йылда үҙәк дауаханаға терапевт итеп күсерелә. Әлеге көндә участка терапевы булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта ул Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәле хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөүселәрҙең һаулығы өсөн дә яуаплы, урындағы хәрби комиссариатта әрмегә саҡырыу комиссияһының врач-терапевы. Бынан тыш, ауылдарға сығып урындағы халыҡты ла ҡабул итә. Үҙ эшен яҡшы белгән врачтың хеҙмәте лайыҡлы баһаланған: беренсе категориялы врач “БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, бихисап Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары  менән бүләкләнгән.
Гөлнара Рамаҙан ҡыҙы ла уҡыуын тамамлағас, район дауаханаһында интернатура үтә, аҙаҡ Таулыҡай ауыл-врач амбулаторияһы врачы була. 2002 йылдан алып үҙәк ҡала дауаханаһында терапевт һәм клиник-эксперт эше буйынса врач булып эшләй. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн район, ҡала биләмәһе хакимиәттәренең, үҙәк ҡала дауаханаһының Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Уҙған йылда юғары категориялы врач РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған.
Улдары Данис та ата-әсәһе һөнәрен үҙ итеп, медицина юлын һайлаған. Әлеге көндә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, республика онкология диспансерында ординатура үтә. Уның тормош юлдашы Ғәлимә лә врач, Азалия исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Ғәлиндарҙың кесе улдары Азамат әле мәктәп уҡыусыһы, ул да врач булырға хыяллана.
Ҡайһылыр берәй ерең ауыртһа, беҙ иң тәүҙә терапевҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Сөнки терапевт ниндәйҙер кимәлдә ғаилә табибы, диспетчер кеүек.  Ауырыуҙарҙы иғтибар менән тыңлау, ентекле тикшереү, дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәм дауалау врачтарҙан үҙ эшеңдең оҫтаһы булыуҙы талап итә. Был йәһәттән Ғәлиндар һынатмай, яҡты йөҙө, яҡшы һүҙе менән ауырыуҙарҙың тәнен генә түгел, йәнен дә дауалай улар. “Бөгөнгө ҡырыҫ заманда кеше, һаулығы буйынса ниндәйҙер шиге тыуһа ла, шунда уҡ табиптарға күренергә атлығып тормай. Ә инде халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барһаң, дөрөҫ мөнәсәбәт тапһаң, кеше үҙенең сәләмәтлегенә нығыраҡ иғтибар итә башлай”, – тигән фекерҙә тәжрибәле врач-терапевтар.
Кешеләрҙең ризалығын һәм рәхмәтен алып йәшәгәнгә күрә, Гөлнара менән Дәлхә Ғәлиндарҙың тормошо түңәрәк, эштәре уң. “Ауырыуҙарҙы дауалауға дәүләт ярҙамы саралары һәм дауахана администрацияһының проблемаларға етди иғтибары хеҙмәт һөҙөмтәләрендә лә ыңғай сағылыш таба. Беҙҙә эш өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, тейешле медицина ҡорамалдары, тулы клиника-лаборатор тикшереү үткәреү мөмкинлеге бар. Шуға күрә ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк”, – ти улар.