Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Россия, РБ, г. Баймак, ул. Мира, 1
Тлф/Факс (Приемная Главного врача) (34751) 3-21-61.
Взрослая поликлиника (регистратура) (34751) 3-22-52.
Детское поликлиника    (регистратура) (34751) 3-20-21.
Приемный покой (34751) 3-22-09.
E-mail: baimak.cgb@doctorrb.ru
Объявления
  • В выходные и праздничные дни июня ГБУЗ РБ Баймакская ЦГБ работает по следующему графику: 10 июня 2023 г. — по графику субботы с 08:00 до 17:00 ч. с приемом вызовов, в том числе неотложных до 16:00; 11 июня 2023 г. — выходной день; 12 июня 2023 г. — по графику праздничного дня с 08:00 до 17:00 ч. с приемом вызовов, в том числе неотложных до 16:00; 10 и 12 июня обеспечивается иммунизация населения РБ от новой коронавирусной инфекции COVID-19 c с 08:00 до 17:00 ч. в фельдшерско-акушерских пунктах, в том числе мобильных, сельских врачебных амбулаториях и участковых больницах, согласно графику работы, утвержденным главным врачом медицинской организации.

  • Поликлиника 1 и 9 мая работает по графику праздничного дня – с 8:00 до 17:00. Вызовы на дом (в том числе и неотложные) будут приниматься до 16:00. 2, 3, 4, 5 мая рабочие дни. В выходные дни 6 и 8 мая прием пациентов поликлинике по графику субботы – с 08:00 до 17:00, с приемом вызовов (в том числе неотложных) до 16:00. Экстренная медицинская помощь в предстоящие праздники оказывается круглосуточно, в обычном режиме. Иммунизация населения против новой коронавирусной инфекции проводится 2, 3, 4, 5, 6, 8 мая 2023г. с 08.00 до 17.00.

“Ашығыс ярҙам” машинаһы алынды

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының техник базаһы ошо көндәрҙә тағы ла бер “Ашығыс ярҙам” машинаһы менән тулыланды. Яңы автомобиль кешегә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүгә кәрәкле бөтә ҡоролмалар менән дә йыһазландырылған. ЭКГ, дефибриллия, яһалма тын алдырыу аппараттары бар. Һандар теле менән әйткәндә, машинаның хаҡы 1 млн 952 мең һум, ҡоролмалар 600 мең һум тора.

– Һүҙ юҡ, бындай ҡоролмалар менән йыһазландырылған машина беҙгә бик тә кәрәк, – тине “Ашығыс ярҙам” күрһәтеү хеҙмәте фельдшеры Самат Салауат улы Сәйфуллин. – Ҡайһы бер осраҡта минуттар түгел секундтар һанаулы, алтынға тиң, бәрәбәр ваҡыттар була. Кешегә тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү талап ителә.

– Саҡырыу алғас та 2 минут эсендә йыйынып, билдәле адрес буйынса сығырға тейешбеҙ, – тине “Ашығыс ярҙам” машинаһы водителе Радик Ҡәйепҡолов. – Юлдарҙың да, һауа торошоноң да төрлө саҡтары була. Шунлыҡтан машинаның төҙөк булыуы беҙҙең яуаплылыҡта. Ә инде яңы техника үҙен оҙайлы ваҡыт һынатмаҫ, тигән өмөттәбеҙ.

Бындай реомобиль машиналары менән республиканың 38 дауаханаһы тәьмин ителгән. Шуларҙың береһе – Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында. Ә шулай ҙа был бүлек хеҙмәткәрҙәренә ярҙам һорап саҡырыусыларҙың әҙерәк булыуын теләп ҡалабыҙ.

Лилиә Такаева.

Автор фотоһында: “Ашығыс ярҙам” машинаһы водителе Р. Ҡәйепҡолов һәм фельдшер С.Сәйфуллин.

«Һаҡмар» гәзитенән