Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Россия, РБ, г. Баймак, ул. Мира, 1
Тлф/Факс (Приемная Главного врача) (34751) 3-21-61.
Взрослая поликлиника (регистратура) (34751) 3-22-52.
Детское поликлиника    (регистратура) (34751) 3-20-21.
Приемный покой (34751) 3-22-09.
E-mail: baimak.cgb@doctorrb.ru

Вызов "Скорой помощи" осуществляется по номерам:
с мобильного телефона - 103 и 112,
со стационарного телефона - 03.

Архив записей
Июнь 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

syskan

Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк – үлем ҡурҡынысы менән янаған йоғошло сир. Ул ҡан тамырҙарына, бөйөрҙәргә, үпкәгә һәм башҡа органдарға зыян килтерә. Сир ҡыр кимереүселәренең бүлендектәре аша йоға, йәғни бүлендекле туҙан аша кеше организмына эләгә. Ҡайһы ваҡыт бысраҡ ҡул менән тәмәке тартҡанда  һәм ашағанда йәки вирус йөрөткән сысҡан тейгән ризыҡты ҡулланғанда зарарланырға мөмкин. Был сир кешенән кешегә йоҡмай.
Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк Рәсәйҙең бик күп төбәктәрендә, шул иҫәптән, беҙҙә лә ҡатнаш урман булған ерҙәрҙә осрай. Йыл һайын районыбыҙҙа уның 2-4 осрағы теркәлеп тора. Ағымдағы йылда эпидемия көсәйҙе – әлеге көнгә тиклем 8 осраҡ теркәлгән.
Ғәҙәттә, был сирҙе йоҡтороусылар араһында урмандарға йышыраҡ йөрөгән ауыл халҡы, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре күберәк. Шулай уҡ һалҡындар төшкөп, сысҡандар йорттарға инә башлағас сирләүселәр һаны тағы ла арта.

Геморрагик биҙгәктән бер ниндәй ҙә вакцина юҡ. Кимереүселәргә ҡаршы көрәшеп кенә уны иҫкәртергә мөмкин. Бының өсөн ойошма етәкселәре йә үҙҙәре, йә ошо эшмәкәрлеккә лицензияһы булған ойошма менән килешеү төҙөп, дератизация үткәрергә тейеш.

Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәктән һаҡланыу өсөн дөйөм ҡағиҙәләр:

  • туҙанлы эш менән шөғөлләнгәндә (иҫке бинаны емергәндә, бесән, һалам, таҡта, бүрәнәләр тейәгәндә, оҙаҡ йыйыштырылмаған бинаны таҙалағанда һ.б.) ҡулға бейәләйҙәр һәм респиратор йәки марля повязка бәйләргә;
  • саңдарҙы мотлаҡ еүеш сепрәк менән һөртөргә;
  • аҙыҡ-түлек кимереүселәр тейә алмаҫлыҡ һәм ныҡ ябылған металл һауыттарҙа һаҡланырға тейеш. Сысҡан тейгән ризыҡты термик эшкәртеүһеҙ  ашарға ярамай;
  • тере йәки үлгән сысҡанды бейәләй йәки резина бирсәткәһеҙ тоторға ярамай.

Сир йоҡҡан мәлдән алып уның тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем 7 – 10 (40 көнгә тиклем) көн үтә. Тәүге симптомдары киҫкен респиратор ауырыуҙарға оҡшаш: тән температураһы күтәрелә, баш ауырта, тән һыҙлай, аппетит юғала, ҡайһы ваҡытта күңел болғаныу, ҡоҫоу осраҡтары ла була. Үҙегеҙҙә ошо симптомдарҙы тояһығыҙ икән, кисекмәҫтән йәшәгән урынығыҙға ҡараған поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк! Был сир менән дауаханала ятып ҡына дауаланырға мөмкин, үҙ аллы дауаланыу – үлем!

Азат Ғайсин,
врач-эпидемиолог.

«Һаҡмар» гәзитенән