Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Россия, РБ, г. Баймак, ул. Мира, 1
Тлф/Факс (Приемная Главного врача) (34751) 3-21-61.
Взрослая поликлиника (регистратура) (34751) 3-22-52.
Детское поликлиника    (регистратура) (34751) 3-20-21.
Приемный покой (34751) 3-22-09.
E-mail: baimak.cgb@doctorrb.ru
  • В выходные и праздничные дни июня ГБУЗ РБ Баймакская ЦГБ работает по следующему графику: 10 июня 2023 г. — по графику субботы с 08:00 до 17:00 ч. с приемом вызовов, в том числе неотложных до 16:00; 11 июня 2023 г. — выходной день; 12 июня 2023 г. — по графику праздничного дня с 08:00 до 17:00 ч. с приемом вызовов, в том числе неотложных до 16:00; 10 и 12 июня обеспечивается иммунизация населения РБ от новой коронавирусной инфекции COVID-19 c с 08:00 до 17:00 ч. в фельдшерско-акушерских пунктах, в том числе мобильных, сельских врачебных амбулаториях и участковых больницах, согласно графику работы, утвержденным главным врачом медицинской организации.

Тап шундай теләктәр менән ҡайттыҡ беҙ Икенсе Этҡол ауылынан. Ни өсөн? Сөнки был ауылда Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең филиалы асылды.
Яңы талаптарға ярашлы, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте саҡырыу алғас та 20 минутта кәрәкле урынға барып етергә тейеш. Ә беҙҙең район бик ҙур. Иң төпкөлдә ятҡан ауылға барып етеү өсөн кәмендә 1-2 сәғәт ваҡыт талап ителә. Шуны күҙ уңында тотоп, Баймаҡ ҡалаһынан алыҫта урынлашҡан ауылдарҙа “Ашығыс ярҙам”дың филиалдары асыла башланы. Бөгөн был хеҙмәт Беренсе Төркмән, Урғаҙа, Иҫке Сибай, Темәс ауылдарында эшләй. Ә инде яңы филиал Икенсе Этҡол, Байым, Ниғәмәт, Бикеш, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, Таулыҡай халҡын хеҙмәтләндерәсәк.
“Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Г.К. Сирғәлина, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы М.И. Ғүмәров, уның урынбаҫары И.Ғ. Хәсәнов, өлкән шәфҡәт туташы Ф.С. Әлмөхәмәтова, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең өлкән шәфҡәт туташы Г.Т. Байморатова һәм башҡалар ҡатнашты.
– Филиалда фельдшер һәм водителдән торған ике бригада   эшләйәсәк һәм улар сиратлап дежурлыҡ итәсәк, – тине М.И. Ғүмәров. – Белгестәр тәжрибә туплаған, әҙерлек үткән. Мәҫәлән, фельдшер Тимур Килдин ике йылға яҡын Баймаҡтағы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләне. Бөгөн ул ошо төбәкте хеҙмәтләндерәсәк. Киләсәктә Йомаш һәм Аҡморон ауылдарында ла “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең филиалдарын асыу күҙаллана.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты яңы төҙөлгән мәҙәни-белем биреү комплексында урынлашҡан. Пациенттарҙы ҡабул итеү, төрлө процедура кабинеттары бар. Кәрәкле бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырылған стоматология кабинеты ла эшләй. Врач-стоматолог аҙнаһына бер тапҡыр халыҡты ҡабул итә.
Бөгөн мәҙәни-белем биреү комплексы төҙөлөшөнөң икенсе этабы башланған. 67 урынлыҡ балалар баҡсаһының нигеҙе һалынған.
Ауыл халҡы иһә үҙ сиратында етди хәстәрлек күргәндәре өсөн етәкселәргә рәхмәт белдерҙе.

Лилиә Такаева.
Автор фотоһында: “Беҙ һеҙҙе ҡабул итергә әҙер”, – ти медицина хеҙмәткәрҙәре.

«Һаҡмар» гәзитенән