Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Республика Башкортостан,
г. Баймак, ул. Мира, 1
Объявления
  • Горячая линия по обезболиванию Федеральной службыпо надзору в сфере здравоохранения (Росздравнадзора)8 800 550 99 03 Горячая линияРеспубликанская станция скорой медицинской помощи и центр медицины катастроф8 (347) 222 22 25 Ссылка на Республиканский порталМинистерства здравоохранения Республики Башкортостанhttps://health.bashkortostan.ru/activity/1367/ Горячая линия помощи неизлечимо больным людям фонда «Вера»8 800 700 84 36

  • Уважаемые жители района! 25.08.2022 с 12:00 — 15:00  в здании районной администрации в кабинете 301 проводится выездной прием граждан заместителем министра здравоохранения РБ Галимулиной Еленой Николаевной. Ведется предварительная запись по номеру: +7 995 948 14 79

Торги
Архивы

Яман сирҙән һаҡ булығыҙ

Туберкулез – иң боронғо ауырыуҙарҙың береһе. Ул меңәрләгән ғүмерҙәрҙе ҡыйған афәт. Был сир тураһында белешмәләр боронғо китаптарҙа яҙып ҡалдырылған, ғалимдар уның йоғошло ауырыу икәнлеген иҫбатлау өсөн төрлө эҙләнеүҙәр үткәргән. 1882 йылда немец ғалимы Роберт Кох микроскоп аша туберкулез таяҡсаларын күрә алған һәм был таяҡсаларҙың туберкулез сирен тыуҙырыуын иҫбатлаған.

Был сир менән йыл һайын Ер йөҙөндә 10 миллионға яҡын кеше ауырып тора, һәр 10 секунд һайын бер кешенең ғүмере өҙөлә.

Туберкулез менән күберәк алкоголь эсемлектәре менән мауығыусылар, асарбаҡтар, йәш үҫмерҙәр, ауырлы ҡатындар, йәш балалы әсәләр, илдән-илгә күсенеп йөрөүселәр, хроник сирлеләр ауырый.

Туберкулез – ул нәҫелдән бирелгән ауырыу түгел, ә шулай ҙа бер ғаиләлә сирле булған осраҡта, бер-береһенән йоҡтороп бер нисә кеше ауырырға мөмкин.

Туберкулез таяҡсалары асыҡ һауала үрсемәһә лә, зарарлау көсөн оҙаҡ юғалтмай. Ультрафиолет нурҙары, эҫе һыуҙа ҡайнатыу, 5 процент хлорамин бер нисә минут эсендә туберкулез таяҡсаларын юҡ итһә, бысраҡ, йыуылмаған, елләтелмәгән бүлмәләрҙә улар йылдар буйы һаҡланырға мөмкин.

Сир күп осраҡта ауырыу кешенән йоға: йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә һауа аша һау кешенең тын юлдарына үтеп инеп, үпкәне, ҡаны аша таралып, башҡа органдарҙы ла зарарларға мөмкин. Зарарланған кеше оҙаҡ дауаланмаһа, үпкә шешә, тишелә. Ауырыуҙың тәүге симптомдары булып күкрәк ҡыҫыу, хәл бөтөү, сәбәпһеҙҙән тирләү, йүткереү, тәндең температураһы күтәрелеү, аппетит юғалтыу, ябығыу күҙәтелә.

Был билгеләр бар икән, кисекмәҫтән табипҡа күренергә кәрәк. Флюорография үткәреү, туберкулин пробаһы (Манту пробаһы) ҡуйыу, туберкулезға ҡаршы вакцинация – балаларҙы һәм өлкәндәрҙе туберкулездан ҡурсалауҙың тәүге аҙымдарының береһе.

Әгәр туберкулез менән шулай ҙа ауырығанһығыҙ икән, иң тәүҙә балаларығыҙҙы, эргә-тирәләге яҡындарығыҙҙы ҡурсалағыҙ. Ауырыу оҙайлы ваҡыт стационарҙа дауаланырға, ә яҡындары табипҡа күренергә тейеш.

Сирле булған өйҙә уға айырым бүлмә йәки мөйөш булдырығыҙ. Бүлмә иҙәндәрен, өҫтәл өҫтәрен 2 процентлы содалы, 5 процентлы хлораминлы һыу менән һөртөп алығыҙ, бүлмәләрҙе елләтеп тороғоҙ. Ауырыу ҡулланған һауыт-һабаны башҡалар ҡулланмаҫа тейеш. Кейемдәрен, түшәк кәрәк-яраҡтарын айырым йыйып барырға һәм 2 процентлы содалы һыуҙа 15 минут тоторға һәм ҡайнатып алырға онотмағыҙ. Балалар туберкулез менән ауырымаһын өсөн профилактик сара булып туберкулезға ҡаршы вакцинациялау тора. Балаға 3-4 көнлөк сағында уҡ БЦЖ-М йәки БЦЖ вакцинаһы эшләнә. Әгәр бала туберкулез таяҡсалары менән зарарланмаған булһа, был прививка тағы ла 7 һәм 14 йәштә ҡабатлана. Баланың туберкулез таяҡсалары менән зарарланғанын белер өсөн Манту пробаһы ҡуйыла. Был сара бер йәштән 18 йәшкә тиклем йыл һайын бер үк ваҡытта үткәрелергә тейешле тикшереү ул.

Әгәр һөҙөмтәләр борсолорлоҡ булһа, баланы ата-әсәһе фтизиатрға күрһәтеп, тикшерелеү үткәрергә тейеш. Кәрәк осраҡта бала иҫәпкә алына һәм профилактик саралар үткәрелә, дарыуҙар ҡабул итә, шифаханаға ебәрелә.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:

  • ваҡытында эшләнгән прививка баланы туберкулездың һәр төрөнән, бигерәк тә иң ауыр төрҙәренең береһе булған туберкулез менингитынан һаҡлай,
  • химиопрофилактик саралар туберкулез таяҡсалары менән зарарланған балаларҙа, ауырыуҙар менән контактта булғандарҙа сирҙең үҫеүен, таралыуын тотҡарлай,
  • йыл һайын флюорографик тикшереүҙәр үпкәләге күп сирҙәрҙе, туберкулездә профилактикалау ысулдарының бер төрө ул,
  • ваҡытында ашау, йоҡлау, режимды һаҡлау, алкоголь, тәмәке менән шаярмау, спорт менән шөғөлләнеү күп төрлө ауырыуҙарҙан, шул уҡ туберкулездан да һаҡланыу юлы.

Үҙегеҙҙең һаулығығыҙға битараф булмағыҙ!

Д. ҒӘЛИЕВА, врач-фтизиатр.