Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Россия, РБ, г. Баймак, ул. Мира, 1
Тлф/Факс (Приемная Главного врача) (34751) 3-21-61.
Взрослая поликлиника (регистратура) (34751) 3-22-52.
Детское поликлиника    (регистратура) (34751) 3-20-21.
Приемный покой (34751) 3-22-09.
E-mail: baimak.cgb@doctorrb.ru

Вызов "Скорой помощи" осуществляется по номерам:
с мобильного телефона - 103 и 112,
со стационарного телефона - 03.

Архив записей
Март 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

2015 йылдан дәүләт, мәғариф учреждениеларында ғына түгел, ә кафеларҙа, йәмәғәт транспортында ла тәмәке тартыу тыйыласаҡ. “Халыҡтың һаулығын тәмәке төтөнөнән һәм уның зыянынан һаҡлау” тураһындағы закондың проекты ошо айҙа РФ Дәүләт Йыйылышында ҡараласаҡ. Ошо хаҡта РФ Дәүләт Йыйылышы депутаты, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева ла үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, тәмәке тартыу беҙҙең ил өсөн, ысынлап та, шундай етди проблемаға әүерелгәнме?

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үпкәләге яман шештең – 90, дауамлы бронхиттың – 75, йөрәктең ишемия сиренең 25 проценты тәмәке тартыуға бәйле. Планетабыҙҙа һәр 10 секунд һайын бер тәмәкесе үлә. Шул уҡ Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 43,9 миллион кеше тәмәке тарта. Был бар халыҡтың 40 процентын тәшкил итә. Улар 19 йәштән 44 йәшкә тиклемге хеҙмәткә яраҡлы граждандар булыуы оло борсоуға һала.

Һеҙ тәмәке тартҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбәйеүе айырыуса хафалы булыуын белдергәйнегеҙ…

Был, ысынлап та, шулай. Ҡатын-ҡыҙҙың организмы бик нескә һәм тәмәке тартыу уның һаулығын айырыуса ныҡ ҡаҡшата. Шулай уҡ эскелек һәм тәмәке тартыу түлһеҙлеккә килтереүен оноторға ярамай. Буласаҡ әсәнең был зыянлы ғәҙәтте үҙ итеүе айырыуса фажиғәле. Тәмәке тартҡан ҡатын төрлө сирҙәргә дусар була, сабыйын ваҡытынан алда йәки үле килеш таба. Шул уҡ ваҡытта тәмәкесе әсәнең тыумаған балаһы кислород етмәүҙән ыҙалай, киләсәктә уның үҫеш буйынса тиҫтерҙәренән артта ҡалыуы күҙәтелә.

Үҙең тәмәке тартмаһаң да, яныңда ғына тартыусылар етерлек бит әле. Был кешегә тәьҫир итәме?

Үкенескә ҡаршы, беҙ ҙә тәмәке төтөнөн һулап, 4000-дән ашыу химик матдәне “йотабыҙ”. Шуға күрә яман шеш, инсульт, астма кеүек ауырыуҙар күбәйә. Тартмаған кешеләрҙе тәмәке төтөнөнән һаҡлау – мөһим проблемаға әүерелде.

РФ Дәүләт Йыйылышы ҡарамағына индерелгән “Халыҡтың һаулығын тәмәке төтөнөнән һәм уның зыянынан һаҡлау” тураһындағы закондың проекты тураһында ниҙәр әйтерһегеҙ?

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй 2009 йылдан Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының тәмәкегә ҡаршы йүнәлтелгән конвенцияһына ҡушылды. Уға ярашлы, РФ һаулыҡ һаҡлау министрлығы үҙ закондарын ҡабул итте. Беҙҙең проект тәмәкене сикләүҙе генә түгел, ә тартмаған граждандарҙы уның зыянынан ҡотҡарыуҙы талап итә. Әлбиттә, был бер көндә эшләнмәйәсәк. Ҡайһы бер сикләүҙәр 2014 йылдың 1 июленән, икенселәре 2016 йылдың 1 ғинуарынан индереләсәк.

Проекттың төп маҡсаты нимәлә?

Йәмәғәт урындарында, подъездарҙа, балалар майҙансығында, эш урынында, кафе-ресторандарҙа, стадиондарҙа, спорт залында, поезд-самолеттарҙа һ.б. тәмәке тартыуҙы тыйыу. Шулай уҡ тәмәкегә булған хаҡ та Европалағы кеүек – уртаса бер ҡап өсөн 150 һумды тәшкил итәсәк. Тәмәке компанияларына үҙҙәренең продукцияһын рекламалау тыйыласаҡ.

Был айырыуса ҡаты саралар түгелме икән?

Минеңсә, был закон тәмәке тартыуға бәйле күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фаразлауынса, тәмәке тартыусыларҙың һанын 10 процентҡа кәметеү ҙә, граждандарҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап, 110 миллиард һум килем бирәсәк. 2015 йылда был күрһәткес – 140 миллиард һум, ә 2020 йылда 250 миллиард һум тәшкил итәсәк. Шуны ла әйтергә кәрәк, йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуҙы тыйыу күп илдә индерелгән. Тикшереүҙәр был илдәрҙә йөрәк ауырыуҙарының кәмеүен күрһәткән.

Халыҡта йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуға кире ҡараш уятып буламы?

Иң тәүҙә беҙҙең “Халыҡтың һаулығын тәмәке төтөнөнән һәм уның зыянынан һаҡлау” тураһындағы закон эшләй башларға тейеш. Уның буйынса профилактик саралар үткәреләсәк. Тәмәкене ташларға теләгән кешеләр өсөн төрлө терапия дауалауы, психотерапевтик технологиялар бар. Балаларҙың ата-әсәһенән үрнәк алыуы тураһында оноторға ярамай. Өлкәндәр был алама ғәҙәттән ары булһа, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө булыр. Шулай уҡ йәмәғәт урындарында тәмәке тартҡан өсөн һалынған штрафтарҙы ла яңынан ҡарарға кәрәк. Беҙҙә ул – 100 һум ғына, ә, Ирландияла, мәҫәлән, 3000 евро! Тик күмәк көс һәм халҡыбыҙҙың һаулығын, ғүмерен һаҡлау теләге генә был алама ғәҙәттән баш тартырға ярҙам итәсәген онотмайыҡ.

Г. Салихова әҙерләне.