Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Россия, РБ, г. Баймак, ул. Мира, 1
Тлф/Факс (Приемная Главного врача) (34751) 3-21-61.
Взрослая поликлиника (регистратура) (34751) 3-22-52.
Детское поликлиника    (регистратура) (34751) 3-20-21.
Приемный покой (34751) 3-22-09.
E-mail: baimak.cgb@doctorrb.ru

Вызов "Скорой помощи" осуществляется по номерам:
с мобильного телефона - 103 и 112,
со стационарного телефона - 03.

Архив записей
Март 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Редакцияға табиптарға йөрәк йылыһы менән яҙылған рәхмәт хаттары бик күп килә. Ысынлап та, “Сирле кеше, һыуһыҙ үҫкән гөл кеүек…” тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Шуға күрә ғүмереңдең һынылышлы, ауыр мәлендә ярҙамға килгән, һине аяҡҡа баҫтырған табип та иң яҡын кешеңә әүерелә.

Районыбыҙҙың билдәле хирургы Илдар Ғимаҙи улы Хәсәнов та бихисап кешеләрҙе әжәл ҡулынан тартып алып, киләсәккә өмөт һәм ышаныс бүләк итә. “Һаҡмар”ға килгән хаттарҙа: “И.Ғ. Хәсәнов эшләгән операциянан һуң аяҡҡа тиҙерәк  баҫаһың. Ҡулы еңел булыуы менән айырылып тора. Хоҙай Тәғәлә уны бәлә-ҡазанан һаҡлаһын”, – тигән йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрҙе йыш күрергә тура килә.

Заманында Баймаҡ медицинаһын үҫтереүгә ҙур көс һалған билдәле табип, хирург Ғимаҙи Әхмәҙи улы Хәсәнов балаларында кешеләрҙе ҡотҡарыуға бағышлаған изге һөнәренә мөхәббәт уята алған. Уның булмышын, яҡшы эштәрен дауам итеп, Илдар Ғимаҙи улы һәм Гүзәл Ғимаҙи ҡыҙы район-ҡала халҡын төрлө сирҙәрҙән дауалай. Һәр эште еренә еткереп үтәгән мәрхәмәтле табиптарҙың эшен балалары ла дауам итмәксе. Гүзәл Ғимаҙи ҡыҙының Дилә һәм Динә исемле ҡыҙҙары ла медицина өлкәһен һайлаған.

Рәшиҙә һәм Илдар Хәсәновтар ҙа 2012 йылда оло ҡыуаныс һәм ғорурланыу хистәрен кисерҙе. 11-се класты тамамлаған улдары Азат, бала саҡ хыялына тоғро ҡалып, ҡартатаһы, атаһының юлын дауам итеп, Өфө медицина университетына уҡырға инде. Районыбыҙҙың мәғариф өлкәһендә тиҫтә йылдар маҡтаулы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Рәйсә Мәхмүт ҡыҙы Хәсәнова ла ғаиләһендәге табиптар династияһына һөйөнөп бтә алмай. “Кешенең бәхете, уның тормошона баһа – уның балалары. Сөнки үҙе әллә ниндәй үрҙәргә етеп тә, балаһы аҙып-туҙып йөрөһә, бар ҡаҙаныштары юҡҡа сыға. Шуға күрә минең һәм мәрхүм тормош иптәшем Ғимаҙи Әхмәҙи улының ғорурлығы булған балаларыма рәхмәтлемен”, – ти ул.

Ошо көндәрҙә Илдар Ғимаҙи улы үҙенең 45 йәшлек юбилейын билдәләне. Беҙҙең республикала ғына түгел, сит ерҙәрҙә лә үҙен тик яҡшы яҡтан танытып өлгөргән хирургҡа ул аяҡҡа баҫтырған, өмөт бүләк иткән бар ауырыуҙар исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Тырыш хеҙмәте, уңғанлығы өсөн үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибының дауалау эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән, шул уҡ ваҡытта алмаштырғыһыҙ хирург булып алһыҙ-ялһыҙ эшләгән Илдар Ғимаҙи улының бөтмәҫ шатлыҡтарға, аҡ бәхеттәргә сорналып, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп йәшәүен теләйбеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.