Рәсәйҙең бер нисә өлкәһендә таралған сероз менингит ауырыуы халыҡты хафаға һалды. Кешенең организмына ашҡаҙан аша үтеп ингән энтеровирус айырыуса балалар өсөн хәүефле.
Энтеровирус инфекциялары еңелсә биҙгәк тотоуҙан башланып ауыр менингит сирҙәренә килтереүе ихтимал. Энтеровирус аҡмаған һыу, бассейн, йәшелсә-емеш, һөттә булыуы ихтимал. Вирус ҡайнатҡан, ҡыҙҙырған саҡта үлә.
Ауырыу тән температураһы ҡапыл, 39-40 градусҡа күтәрелеүҙән башлана. Баштың (ҡайһы саҡта эстең һәм арҡаның) ныҡ итеп ауыртыуы, баш әйләнеүе, ҡоҫоу, уҡшыу, тән ҡорошоуы күҙәтелә. Ошо билдәләрҙең берәүһе генә булһа ла, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки бындай ауырыуҙар эргә-тирәһендәге кешеләргә сирҙе йоҡтороуы ихтимал.
Ҡурҡыныс ауырыуға дусар булмаҫ өсөн шәхси гигиенаны күҙәтергә кәрәк. Ҡулдарығыҙҙы мотлаҡ һабынлап йыуығыҙ, йәшелсә, емеш-еләкте ҡайнар һыу менән эшкәртегеҙ. Шулай уҡ тик ҡайнаған һыуҙы ғына эсергә рөхсәт ителә. Балаларҙың был ҡағиҙәләрҙе ентекләп үтәүен талап итегеҙ.
Кешеләр күпләп йыйылған сараларға, йәмәғәт транспортында йөрөмәү хәйерлерәк булыр. Йәшәгән ерегеҙҙе мотлаҡ көнөнә ике мәртәбә еүеш сепрәк менән һөртөп алығыҙ, бүлмәләрҙе елләтегеҙ.
Әгәр балала ауырыуҙың бер билдәһе булһа ла, уны балалар баҡсаһына, лагерға һ.б. ергә йөрөтөү тыйыла. Ата-әсә шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә бурыслы. Үҙ белдегегеҙ менән дауаланыу үлем осрағына килтереүе ихтимал икәнлеген онотмағыҙ!
Гүзәл ХӘСӘНОВА,
үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибының балалыҡ буйынса урынбаҫары.