Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Россия, РБ, г. Баймак, ул. Мира, 1
Тлф/Факс (Приемная Главного врача) (34751) 3-21-61.
Взрослая поликлиника (регистратура) (34751) 3-22-52.
Детское поликлиника    (регистратура) (34751) 3-20-21.
Приемный покой (34751) 3-22-09.
E-mail: baimak.cgb@doctorrb.ru

Вызов "Скорой помощи" осуществляется по номерам:
с мобильного телефона - 103 и 112,
со стационарного телефона - 03.

Архив записей
Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

“Һөйгәнемә ҡарап үҙемде ҡәһәрләнем”

2000 йылда беҙҙең район-ҡалала ВИЧ инфекциялы 1 кеше бар ине. Хәҙерге ваҡытта уларҙың һаны 71-гә етте. Шуларҙың араһында ВИЧ-инфекцияға дусар булып донъяға килгән бала бар. Бынан биш-алты йыл элек кенә инфекция бүлеге мөдире, табип-инфекционист Г.Ә. Латыпова: “Әгәр ВИЧ былай тиҙ таралыуын дауам итһә, тиҙҙән һәр беребеҙҙең был ауырыуға дусар булған танышы буласаҡ”, – тип борсолоуын белдергәйне. Эйе, был һүҙҙәр әсе хәҡиҡәт булып сыҡты. Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға ВИЧ-инфекцияға дусар булған егет менән әңгәмә тәҡлим итәбеҙ. Уның һүҙҙәре һәр кемебеҙ өсөн һабаҡ булһын ине.

– Әлбиттә, тәү сиратта, һиңә әңгәмә бирергә ризалашҡаның өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерге килә. Был аҙымыңды ниндәйҙер кимәлдә батырлыҡ тип һанайым… Һин үҙеңдең ВИЧ-инфекциялы икәнлегеңде ҡасан белдең?

– Студент йылдарында. Беҙ йыл һайын медицина тикшереүе үтә торғайныҡ. Әлбиттә, иң тәүҙә анализдар тапшыра инек. Анализды ҡабаттан тапшырырға ҡушҡастар ҙа, бер ни ҙә уйламаным. Һуңынан мине табипҡа саҡырттылар һәм минең ВИЧ-инфекциялы булыуым хаҡында әйттеләр.

– Был һинең өсөн көтөлмәгән хәл булдымы?

– Шулай инде, кем үҙен егерме йәштә генә үлемесле ауырыуға дусар буласағы хаҡында уйлаһын? Мин бик оҙаҡ ҡатып ултырҙым. Бер ни ҙә өндәшә алманым. Табиптарға рәхмәт, улар минең менән бик итәғәтле, матур итеп һөйләште, ВИЧ-инфекцияһы тураһында аңлатты, уның хаҡында төплө итеп яҙылған китаптар бирҙе.

– Һин был ауырыуҙы кемдән йоҡторғаныңды белдеңме?

– Табиптар миңә ВИЧ-инфекцияһы тураһында аңлатҡас, минең кем менән енси бәйләнештә булыуымды асыҡлай башланы. Был уларға кемдеңдер сирҙе артабан таратыуына юл ҡуймау өсөн кәрәк ине. Бигерәк тә күңелле тормош алып барған күп һанлы студенттар араһында.

– Һинең дуҫлашып йөрөгән ҡыҙың бар инеме?

– Эйе, әммә ВИЧ-инфекцияһын мин унан түгел, ә икенсе осраҡлы ҡыҙҙан йоҡтороуымды асыҡланылар.

– Һинең өсөн иң ауыры нимә булды?

– Иң ауыры яратып йөрөгән ҡыҙыма миндә ВИЧ-инфекцияһын табыуҙарын һәм уға ла анализдар тапшырырға кәрәклеген әйтеү булды. Уның ҡото осто. Анализдар һөҙөмтәһе билдәле булғансы бер туҡтамай иланы, буғай. Ябыҡҡан, хәлһеҙләнеп һүнеп ҡалған һөйгәнемә ҡарап үҙемде ҡәһәрләнем. Аллаға шөкөр, унда ВИЧ-инфекцияһы табылманы.

– Һеҙ хәҙер ҙә осрашаһығыҙмы?

– Юҡ, бынан һуң ул минең менән осрашыуҙан түгел, һөйләшеүҙән дә ҡәтғи баш тартты. Мин уны аңлайым. Уның урынында һәр кем шул аҙымды һайлар ине, моғайын.

– Ата-әсәйең, башҡа яҡындарың һинең диагнозың хаҡында беләме?

– Ата-әсәйем белә, әлбиттә. Уларға был хаҡта әйтеүе бик ауыр булды. Бәлки, яҡындарыма әйтмәҫкә лә кәрәк булғандыр… Атайым минең менән ҡул биреп һаулыҡ бирешеүҙән ҡаса. (ВИЧ ҡул бирешеүҙән йоҡмай-авт.) Әсәйемдең күҙҙәрендә һәр саҡ һағыш, оҙағыраҡ һөйләшеп ултырһаң, илай башлай. Шуға күрә мин яңғыҙ йәшәргә хәл иттем. Сөнки яҡындарымдың ҡайғылы ҡараштарын күтәреүе лә ҡыйын ине. Ата-әсәйемә рәхмәт, улар миңә бер бүлмәле фатир һатып алырға ярҙам итте.

– Һин эшләйһең дә бит. Коллегаларың ВИЧ-инфекциялы булыуың хаҡында беләме?

– Юҡ, әлбиттә. Уларҙың был хаҡта белһә, миңә ҡарашы ниндәй буласағын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Сөнки күптәр ВИЧ-инфекция тураһында бер ни ҙә белмәй. Мин үҙем уға дусар булғанға тиклем, бөтөнләй ҡыҙыҡһынманым. ВИЧ-инфекцияһы барлығы тураһында ишетеп кенә белдем. Ул саҡта үлемесле сир ҡайҙалыр ситтә, уның хәүефе миңә бөтөнләй янамай, тип уйланым. Коллегаларым минең ВИЧ-инфекциялы икәнлегемде белеп ҡалһа, эштән китергә тура киләсәк. Сөнки күптәр был ауырыуҙы һауанан да йоға тигән фекерҙә.

– Һин һаулығыңды, үҙеңдең хәл-торошоңдо һәр саҡ контролдә тоторға тейешһең…

– Эйе, минең өсөн ябай тымау ҙа хәүефле. Шуға күрә табипҡа ваҡытында барырға, тейешле профилактикалау сараларын үтергә кәрәк. Был йәһәттән медицина хеҙмәткәрҙәре күҙ уңынан ысҡындырмай, әгәр юғалып торһаң, өйгә килеп етәләр. Табиптарҙың хәстәрен тойоу бер яҡтан рәхәт булһа, икенсе яҡтан, ошондай тере “ғәрип” булып йөрөүе ауыр.

– Һин ҡара кейемгә өҫтөнлөк бирәһең. Был һинең күңел торошоңмо?

– Бәлки. Мин үҙемдең ВИЧ-инфекциялы икәнлегемде белгәс, Виктор Цойҙың йырҙарын тыңлай башланым. Ул йышыраҡ ҡара кейемдә йөрөгән бит. Ә инде Цойҙың йырҙары минең хәлемде аңлап ижад ителгән кеүек тойола.

– Йөрәгеңде ауыр хистәр йыш биләйме?

– Депрессияға бирелеп алам. Ҡайһы саҡта: “Ә ни өсөн йәшәргә миңә был донъяла?”-тип уйланып китәм. Тормоштоң мәғәнәһен күрмәй, эсеп алам. Әлбиттә, был проблеманы хәл итеү юлы түгел. ВИЧ-инфекциялы икәнлегемде белгәс тә, бигерәк йыш эсә торғайным. Хәҙер әкренләп был алама ғәҙәттән баш тарта башланым. Күберәк дини тапшырыуҙар тыңларға, китаптар уҡырға тырышам. Миңә шундай һынау бирелгән икән, тимәк, шулай кәрәк булған.

– Үҙеңде киләсәктә ғаилә башлығы, атай тип күрәһеңме?

– Юҡ! ВИЧ-инфекциялы парҙар өйләнешеп, бала тапҡанын белеп, күреп йөрөйөм. Әммә мин әле донъяға ла килмәгән сабыйҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйырға теләмәйем. Ҡайһы саҡта ВИЧ-инфекциялы ата-әсәнән дә һау балалар донъяға килһә лә, был аҙымға бер ҡасан да бармаясаҡмын.

– СПИД-террорсылар тураһында ишеткәнең барҙыр. Уларҙың маҡсаты – башҡа кешеләргә лә ВИЧ-инфекция таратыу. Ундай кешеләргә ҡарашың?

– Әлбиттә, кире ҡараштамын. Икенсе яҡтан, уларҙы ниндәйҙер кимәлдә аңлайым да, улар үҙҙәренең ВИЧ-ҡа дусар булыуҙарын ҡабул итә алмайҙар. Шул уҡ ваҡытта ВИЧ-инфекциялы кешеләрҙе үлтереү уйы менән янған йәштәр булыуы хаҡында ла онотмайыҡ.

– СПИД-ҡа ҡаршы дарыу табасаҡтарына ышанаһыңмы?

– Тәүҙә ниндәйҙер өмөт бар ине, хәҙер был мөмкин түгелдер тип уйлай башланым. Күрәһең, беҙгә Юғары көс тарафынан һынау өсөн ебәрелгән, дауалап булмаған сирҙәр  барҙыр. Мәҫәлән, шул уҡ онкология ауырыуҙары. Унан да нисәмә йөҙ йылдар дауа таба алмайҙар бит.

– Бар кешелеккә мөрәжәғәт итә алһаң, ниҙәр әйтер инең?

– Мин иң тәүҙә йәштәргә мөрәжәғәт итеп, тәртипһеҙ йәшәү рәүешенән, наркотиктарҙан, осраҡлы енси бәйләнештәрҙән бөтөнләй баш тартырға өндәр инем. ВИЧ ҡайҙалыр Африкала түгел, ә бына – беҙҙең яныбыҙҙа ғына ул. Мин дә ҡасандыр һәр саҡ йәш, дыуамал булырмын, бәхетле минуттар ғына кисереп йәшәрмен, тип уйлай торғайным. Әле лә өҙөлөп яратҡан һөйгән йәрем булыуға ҡарамаҫтан, нәфсемә баш була алмай, икенселәргә лә күҙ һалдым… Күрәһең, миңә хыянатым өсөн шундай яза бирелгәндер.

– Фәһемле әңгәмәң өсөн рәхмәт. Хоҙай Тәғәлә һиңә күңел тыныслығы, сабырлыҡ һәм түҙемлек ебәреүен теләйем.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.