Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Россия, РБ, г. Баймак, ул. Мира, 1
Тлф/Факс (Приемная Главного врача) (34751) 3-21-61.
Взрослая поликлиника (регистратура) (34751) 3-22-52.
Детское поликлиника    (регистратура) (34751) 3-20-21.
Приемный покой (34751) 3-22-09.
E-mail: baimak.cgb@doctorrb.ru

Вызов "Скорой помощи" осуществляется по номерам:
с мобильного телефона - 103 и 112,
со стационарного телефона - 03.

Архив записей
Март 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Донъяла киҫкен респиратор ауырыуҙар киң таралған. Бәғзеләр уны ҡышҡыһын ғына була, тип яңылыша. Эйе, бындай ауырыуҙар һалҡын төшөү менән әүҙемләшә башлай. Сөнки был ваҡытта кешенең иммунитеты түбәнәйә. Әммә киҫкен респиратор ауырыуҙар йәйгеһен дә, йәғни йылдың һәр миҙгелендә була.

Был сирҙәрҙе төрлө вирустар, бактериялар, хламидиялар, микоплазмалар тыуҙыра. Улар тын алыу юлдары аша организмға үтеп инә лә тиҙ генә үрсей башлай. Шуға ла иң алда респиратор системаһы бирешә. Инфекциялар үҙ-ара “урын” бүлешкән: риновирус – танауҙы, парагриппиоз вирусы –тамаҡты, синцитиаль вирус бронхыларҙы зарарлай.

Декабрь – ғинуар башында киҙеү эпидемияһы булыр, тип көтөлә. Быйыл уның А, В төрө буласаҡ. Киҙеү йыл һайын мутациялана, йәғни үҙгәрә. Шуға күрә уның кеше организмына нисек тәьҫир итәсәген алдан белеүе ҡыйын. Быйыл пандемик киҙеүҙең (H1N1) үҙен нисек тоторо билдәһеҙ. Сирләй башлағас та, тәүге 48 сәғәт эсендә, инфекцияға ҡаршы препараттар ҡабул иткән кешегә, афарин, тип әйтер инем. Ул саҡта вирустар организмды ағыулап өлгөрмәй, сир сигенә башлай. Ауырыуҙы булдырмау өсөн дибазол, поливитаминдар, элеутерококк экстрактын, аралия төнәтмәһен ҡабул итергә мөмкин. Ә иң яҡшыһы – миҙгелле киҙеүгә ҡаршы вакцина эшләтеү. Уның тәьҫире 12 айға тиклем һаҡлана. Тик уны киҙеү менән ауырыған ваҡытта һәм аҡһымға аллергияһы булған кешеләргә эшләтергә ярамай. Бөгөн Рәсәйҙә миҙгелле киҙеүҙе профилактикалау өсөн өс быуын, шулай уҡ пандемик киҙеүгә (H1N1) ҡаршы вакциналар (“Моногриппол-нео”, “Пандефлю”, “Инфлювир”) булдырылған.

Еңелсә йәки уртаса формалағы киҙеү менән ауырыған кешеләр өйҙә участка табибы күҙәтеүе аҫтында дауалана. Сирлене айырым бүлмәгә һалырға кәрәк. Мотлаҡ түшәк режимын үтәү талап ителә. Бүлмәне даими елләтеп, иҙәнде химик таҙартыу сараһы менән йыуып торорға онотмағыҙ. Ауырыуға тиҙ үҙләштерелә торған витаминлы ризыҡ ашатығыҙ. Организмдың ағыуланыу кимәлен кәметеү өсөн сирлегә күберәк шыйыҡса (лимонлы сәй, минераль һыу, һут, ҡурай еләге, гөлйемеш төнәтмәһе) эсерегеҙ. С, рутин, А, Е, В төркөмө витаминдарын ҡулланыу организмға көс өҫтәр. Температураны төшөрә торған препараттарҙы (парацетомол, антигриппин һ.б.) тик температура 38 градустан юғары булған саҡта ғына ҡулланығыҙ. Тын алыу юлдарындағы бактерияларҙы сығарыу өсөн тамаҡты көнөнә 6-8 тапҡыр сода, тоҙ иретмәһе йәки фурацилин менән сайҡатығыҙ. Ҡоро йүткереүҙән яфаланғандарға түшкә горчичник һалырға, үләндәр төнәтмәһенән ингаляция эшләргә, йүткереүгә ҡаршы препараттар (либексин, тусупрекс, фалиминт) ҡулланырға мөмкин. Өҙлөгөү, хроник ауырыу булһа, табип бактерияларға ҡаршы дарыуҙар эсергә ҡуша. Киҙеүҙең ауыр формаһы менән сирләүсе мотлаҡ тәүлек әйләнәһенә медицина хеҙмәткәрҙәренең күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. Юғиһә пневмония, мейе йәки үпкә шешеүе һ.б. кеүек өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал. Дауаханала интенсив терапия билдәләнә. Кешегә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелмәһә, ул вафат булырға мөмкин. Оҙайлы ауырыу кисергәндәр, яңы тыуған сабыйҙар, балалар, ололар, ауырлы ҡатындар, ВИЧ-инфекциялылар киҙеүгә айырыуса тиҙ бирешә.

Яңы тыуған сабыйҙар, ғәҙәттә, киҙеү менән сирләһә, уның билдәләре тәүҙә беленмәй, тән температураһы ныҡ күтәрелмәй. Сабый имеүҙән баш тарта, мыжый, танауы мыршылдай, ҡоҫа. Бер йәшкә тиклемге балалар йыш өҙлөгә, уларҙа пневмония, отит барлыҡҡа килеүе бар. Киҙеү менән ауырый башлаһағыҙ, мотлаҡ табипты өйөгөҙгә саҡыртығыҙ. Дауаханаға шунда уҡ мөрәжәғәт итһәгеҙ, һауығыу ваҡытын да тиҙләтәсәкһегеҙ.

Гүзәл ХӘСӘНОВА,  үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары.