Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Россия, РБ, г. Баймак, ул. Мира, 1
Тлф/Факс (Приемная Главного врача) (34751) 3-21-61.
Взрослая поликлиника (регистратура) (34751) 3-22-52.
Детское поликлиника    (регистратура) (34751) 3-20-21.
Приемный покой (34751) 3-22-09.
E-mail: baimak.cgb@doctorrb.ru

Вызов "Скорой помощи" осуществляется по номерам:
с мобильного телефона - 103 и 112,
со стационарного телефона - 03.

Архив записей
Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Һаулығың – байлығың, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде. Һау саҡта көн дә матурыраҡ күренә, ниндәйҙер эштәр башҡарыла. Хатта ашаған аҙығың да татлыраҡ, тәмлерәк була. Ә бына һаулыҡ һине ташлап китһә, аяҙ көндәр ҡарая, ризыҡ таты юғалған төҫлө тойола. Тап шундай көнгә ҡалған кеше иң тәү сиратта табипҡа мөрәжәғәт итә. Ниндәйҙер мөғжизә менән ул тормош йәмен кире ҡайтарыр, тип уйлай. Шөкөр, районыбыҙҙа заманса йыһазландырылған, иң мөһиме, оҫта белгестәр тупланған дауаханабыҙ бар.

Билал ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Морат Мортаза улы Айытбаев менән Буранбайҙан хеҙмәт ветераны Әғзәм Әсфәндиәр улы Хәмитовтар ҙа олоғайған көндәрендә ҡапыл ғына һаулығы ҡаҡшау сәбәпле терапия бүлегенә килеп эләгә. Бында улар Икенсе Этҡол ауылынан Ғәйнетдин Биктимеровты ла осрата. Дауахана палатаһы –  бер-береһенә бөтөнләй ят булған кешеләрҙе дуҫлаштыра, араларын яҡынайта торған урын бит ул. Дауаланыу курсы үткән арала был өс уҙаман бергә үткәргән көндәрендә хатта туғанлашып киткәндәй булалар.

“Дауаханала һаулығымды йылына ике-өс тапҡыр нығытам. Мине һәр саҡ мөләйем ҡараш, яғымлы һүҙ менән ҡаршы алалар. Шуға ла барыһына ла рәхмәт һүҙҙәре еткерергә теләйем”, – тип үҙ ҡыуанысы менән уртаҡлашты Морат Мортаза улы. Ә бына Әғзәм Әсфәндиәр улы быға тиклем Сибай ҡалаһында дауаланған. “Миңә бындағы милли рух оҡшай. Дауалаусы табип, терапия бүлеге мөдире З.З. Ишҡыуатованың иғтибарлы булыуы һоҡландыра. Ул саҡ ҡына зарланыуың була, шунда уҡ дауаһын таба. Шәфҡәт туташтары һәм санитаркалар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, барыһы ла үҙебеҙсә, саф башҡортса ғына һөйләшәләр”, – тип һоҡланыуын белдерҙе. Ә.Хәмитов был дауаханала һуңғы тапҡыр бынан биш йыл элек дауалау курсы үткән икән. “Сағыштырып ҡарайым да, ул саҡта бөтөнләй икенсе хәл күҙәтелә ине. Тәртип яғы үҙгәргән. Элекке һымаҡ палатала ашап ултырыуҙар юҡ, уның өсөн махсуслаштырылған ашхана бар. Таҙалыҡ, бөхтәлек, заман талаптарына яуап биргән медицина ҡорамалдары һауығып сығыуыма тағы ла нығыраҡ ышаныс уята”, – тине ул.

Дауаланыусылар терапия бүлегендә эшләгән Мәрйәм Хисмәтуллина, Рәшиҙә Баймөхәмәтова, Гөлнара Исмәғилева, Миңниса Ишкилдина, Роза Ғәниева, Сулпан Билалова һ.б. хеҙмәткәрҙәргә бик тә рәхмәтле. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙҙәренең мөләйемлеге, иғтибарлы булыуы менән айырылып тора. Аҡ халатлыларға изге эштәрендә уңыштар юлдаш булыуын теләйек.

Э. КЕЙЕКҠУЖИНА.

Автор фотоһы.