Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Россия, РБ, г. Баймак, ул. Мира, 1
Тлф/Факс (Приемная Главного врача) (34751) 3-21-61.
Взрослая поликлиника (регистратура) (34751) 3-22-52.
Детское поликлиника    (регистратура) (34751) 3-20-21.
Приемный покой (34751) 3-22-09.
E-mail: baimak.cgb@doctorrb.ru

Вызов "Скорой помощи" осуществляется по номерам:
с мобильного телефона - 103 и 112,
со стационарного телефона - 03.

Архив записей
Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Кабинетҡа районыбыҙҙың хөрмәтле, бер аҙ ҡырыҫ холоҡло табибы килеп инеүе бер аҙ аптыратты. Сөнки уның журналистар менән әңгәмә ҡорорға ла ваҡыты бик һирәк табыла. Һәр саҡ эштә, ҡайҙалыр ашыға, йүгерә.

Табип: “Мин һеҙгә килеүемдең сәбәбе – аптыраныу, ситлектәге ҡоштай бәргеләнеп, нимә эшләргә белмәүем”, – тине лә күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡты.

Аптырап ҡалдым. Сөнки шундай көслө ихтыярлы булып күренгән, хатта ҡарашы менән дә ниндәйҙер кимәлдә ҡаушап ҡалырға мәжбүр иткән был ханымдың йомшаҡ һыҙаттары барҙыр, тип башыма ла килтермәй инем. Уның менән һөйләшеү ауыр уйҙарға һалды. Беҙҙең тупаҫлығыбыҙ, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә учреждение етәксеһенә ошаҡлашырға йүгереүебеҙ үҙ эшенең оҫтаһы булған табипты ахыр сиккә еткергән. Был врач һәр ауырыуҙы ентекләп ҡарауы менән айырыла. Бер үк диагноз булһа ла, ауырыуҙарға бер үк дарыуҙар яҙылмай. “Ҡайһы бер кешеләр күтәрә алған дарыуҙар икенселәр өсөн ағыуға әүерелеүе ихтимал. Шуға күрә мин уларҙың анализдарын ентекләп өйрәнеп, күңел торошона ҡарап дауаланыу тәғәйенләйем”, – тине ул. Әлбиттә, бының өсөн бик күп ваҡытты сарыф итергә тура килә. Стационарҙа ла, поликлиникала ла эшләгән табиптың йорто, балалары өсөн буш ваҡыты ла ҡалмай. Әммә ул ҡасандыр биргән Гиппократ антына тоғро ҡалып, хеҙмәтенә  бар күңелен һалып эшләй.

Тик бәғзе кешеләрҙең сиратта ултырырға теләмәй, йәки табиптың ҡырыҫыраҡ тауыш менән әйтеүҙәрен күтәрә алмай ялыу яҙырға, баш табипҡа ошаҡлашырға йүгереүҙәрен аңламай ул. Алйотлоҡҡа күп кәрәкмәй шул. “Унан юғарынан йүнәтелгәндәр туп-тура минең кабинетҡа килеп инә. Эйе, мин уларҙы сиратһыҙ ҡабул итәм, сөнки етәксемдең әйткәнен тыңларға тейешмен. Ә улар һиңә нәфрәтле ҡарашын төбәп, уға биргән кәңәштәрҙе арлы-бирле тыңлап, еңеүсе ҡиәфәтендә сығып китә. Сиратта ултырғандар “блатлы кешене ҡабул итәһегеҙ” тип мине ҡәһәрләй, ялыу яҙыу менән янай. Ошондай саҡта минең ғәйебем бармы ни?”, – тип иланы күп йыллыҡ стажы булған табип.

Ауырыған кешенең күңеле лә төшөнкө була. Улар мыжыҡ, үсексәнгә әүерелә. Шуға күрәлер инде дауаханаға барып үҙен тейешле кимәлдә йыуатылмаған тип уйлағандар табиптар өҫтөнән ялыу яҙырға тотона. Иртәгә, йәки бер нисә көндән ауырыуы үтәсәге, кәйефе яҡшырасағы тураһында уйлап та бирмәй әҙәм балаһы. Шул бар ҡара яҡҡан табиптың тәғәйенләгән дауалауы менән аяҡҡа баҫҡас, ул уның хаҡында онота. Ә кәйефе яҡшырғас, ул нәфрәтләнеп яҙған ҡағыҙ бите лә хәтеренән сыға. Тик нисәмә йылдар эшләгән, сирҙәрҙе дауалау тураһында яңынан-яңы ысулдар тураһында уйланған, дарыу үләндәрен дә ҡулланыуҙы башынан сығармаған табипҡа шул бер ҡағыҙ киҫәгендәге ялыу өсөн коллективы алдында баҫып торорға, күпме әр-битәр ишетергә тура киләсәген ул, әлбиттә, уйлап та бирмәй. Ә  аҡ халатлыға йөрәк әрнеүен дә сығарырға ярамай. Сиратта – бөгөн инде икенсе кешеләр. Уларҙың араһында ла бәғзеләр “был табип ҡайһы ерҙә яңылыш баҫа ла, яңылыш әйтә инде” тип көтөп кенә ултыра.

Хәҙер табиптарҙың эш хаҡы артыуы тураһында күп һөйләйҙәр. Ысынында ул тинләп кенә арта. Ә инде ғаиләңде ҡарау, балаларыңды тәрбиәләү өсөн табипҡа поликлиникала ла, стационарҙа ла эшләргә, төнгө дежурстволар алырға, ауыр операцияларға баҫырға тура килә. Шул саҡта ғына ул ҡайһы бер эшселәрҙең бер аҙнала алғанын бер айҙа ала. Юҡҡамы ни медицина университетын тамамлаған йәштәр шәхси клиникаға китә йәки бөтөнләй икенсе йүнәлеште һайлай. Һөҙөмтәлә, табиптар етмәй. Булғандарының да беҙ, ҡайһы саҡта, ҡәҙерен белмәйбеҙ. Юҡ, бар табиптар ҙа яҙмыш тарафынан рәнйетелгән тиергә теләмәйем. Улар араһында ла тупаҫ, эшен илке-һалҡы башҡарыусылар барҙыр. Әммә үҙ эшенең оҫтаһы булған табиптар рәнйетелә икән, был саҡта өндәшмәй ҡалып булмай.

Тағы бер хәл. Балалар консультацияһында сиратта ултырабыҙ. Бер йәш ҡатын балаһын эткеләй-төрткөләй табиптың кабинетына сиратһыҙ индереп алып китте. Бер нисә минуттан уның яман тауыш менән аҡырғаны, артабан әшәке итеп һүгенгәне яңғыраны. Ошо кешене әсә тип атап буламы? Ул балаһына ниндәй үрнәк була ала? Йәш табип, ҡатынға ул ҡабул итеп ултырған ауырыу баланы ҡарағандан һуң, инергә ҡушҡан икән. Ысынлап та, врач ике кескәйҙе бер ыңғай ҡарай алмай бит инде. Шул саҡта ҡатындан һүгелгән йәш, әле генә эш башлаған педиатрҙың күҙ йәштәре! Ярай әле, көслө ҡыҙ булып сыҡты, эшен артабан дауам итә алды. Әммә уның йөрәгенә ауыр яра һалынуы ҡарашынан тойола ине. Был хәлдән хатта коридорҙа тауышланған кескәйҙәр ҙә шымып ҡалды. Эйе, бала күңеле һиҙгер була шул.

Шундай мәлдә кешеләрҙең бер-береһен ашап алып барыуына хайран ҡалырһың. Эйе, беҙ барыбыҙ ҙа ашығабыҙ, ҡайҙалыр йүгерәбеҙ, шул ыңғайҙа яныбыҙҙағыларға дорфа һүҙ әйтеп күңелдәрен ҡалдырабыҙ. Бер мәлгә туҡтап, ял итеп, бәлки, ныҡлап уйланып алырға кәрәктер. Әгәр ҙә беҙҙең тәртибебеҙҙән, дөрөҫөрәге, тәртипһеҙлегебеҙҙән әҙәм балаһына ғүмер бүләк иткән, әжәлдән ҡотҡарып ҡалған табиптар күҙ йәштәрен түгә икән, был йәмғиәтебеҙҙең әхлаҡи үҫеше түбән кимәлдә булыуын күрһәтә бит. Тимәк, ныҡлап уйланырға урын бар.

Күңелен бушатып, күҙ йәштәре кибеп сығып киткән табипҡа ысын күңелдән сабырлыҡ һәм түҙемлек теләнем. Беләм, ул артабан да яратҡан эшен ысын күңелдән башҡарасаҡ, тик юлында хәйерһеҙ кешеләр осрамаһын.

Бер  яман һүҙҙең дә гүргә дусар итеүен онотабыҙ шул…

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.