Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Россия, РБ, г. Баймак, ул. Мира, 1
Тлф/Факс (Приемная Главного врача) (34751) 3-21-61.
Взрослая поликлиника (регистратура) (34751) 3-22-52.
Детское поликлиника    (регистратура) (34751) 3-20-21.
Приемный покой (34751) 3-22-09.
E-mail: baimak.cgb@doctorrb.ru

Вызов "Скорой помощи" осуществляется по номерам:
с мобильного телефона - 103 и 112,
со стационарного телефона - 03.

Архив записей
Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Көндәр һалҡынайыу менән беҙ йәшәгән еребеҙгә яҡынлашҡан киҙеүҙән хәүефләнәбеҙ. Сөнки грипп йылдан-йыл көслө, төрлө хроник ауырыуҙары менән бергә килә. Унан ниндәй ҡотолоу юлы бар? Ғөмүмән, районыбыҙҙың халҡын ошо киҙеүҙән һаҡлау өсөн ниндәй эштәр башҡарыла? Ошо хаҡта беҙ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Ш.Т. Әбдрәхимовтан мәғлүмәт алдыҡ.

– Шәүкәт Тәүфиҡ улы, районда йыл һайын күпме кеше киҙеү сирҙәренә дусар була?

– Йыл һайын районда биш меңдән алты меңгә тиклем киҫкен респиратор инфекциялар һәм грипп менән ауырыған кешеләр теркәлә. Улар бар инфекция сирҙәренең 95 процентын тәшкил итә. БР гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Сибайҙағы филиалының мәғлүмәте буйынса быйыл районда киҫкен респиратор ауырыуҙар 21 процентҡа кәмегән. Әммә бындай сирҙәр көҙ-ҡыш миҙгеленә хас булыуын оноторға ярамай.

– Йыл һайын беҙгә төрлө грипп һөжүм итә. Быйыл уның ниндәйе көтөлә?

– РФ Роспотребнадзоры хәбәр итеүенсә, быйыл грипп менән ауырыған кешеләрҙең һаны ҡырҡа артыуы көтөлә. А (Калифорния), А (Виктория), В (Массачусетс) грипп штамдары буласаҡ. Был вирус беҙҙең илебеҙҙә ун йылға яҡын күҙәтелмәне, шуға күрә эпидемиологтар халыҡтың уға ҡаршы иммунитеты булмауын билдәләй. Быйыл Ҡытайҙың бер ҡошсолоҡ фабрикаһында H7N9 ҡош киҙеүе ҡоторҙо. 134 кешелә ошо грипп булыуы лаборатор анализдар менән дәлилләнде, ә 43 кешене табиптар ҡотҡара алмаған. Шуға күрә беҙ халыҡтың һаулығын ҡурҡыныс киҙеүҙән һаҡларға әҙер булырға тейешбеҙ.

– Гриптан һаҡланыу мөмкинме һуң? Бының өсөн ниҙәр эшләнә?

– Киҙеү кеүек сирҙән һаҡланыу өсөн, әлбиттә, профилактик саралар үткәреү мөһим. Мәҫәлән, 2012 йылда районда 11750 кешегә гриптан прививка яһалды. Шуларҙың 11140-ы “Һаҡлыҡ” өҫтөнлөклө милли проекты буйынса федераль бюджет иҫәбенән вакцинацияланды. 610 кешегә прививка эшләү өсөн предприятие аҡса түләне. Ул “Баш-Рэс”, “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-лары, Баймаҡ ҡойоу-механика заводы, “Газсервис” ААЙ-һы, райпо, ит комбинаты. Быйыл халыҡты ауыр штамлы гриптан һаҡлап ҡалыу өсөн район-ҡала халҡының 30-40 процентын вакцинациялау мөһим. 2013 йылда “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә 11790 кешене вакцинациялау ҡаралған. Улар хәүеф төркөмөнә ингән граждандар. Уға балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, медицина, мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре, студенттар, 60 йәште үткән өлкәндәр инә. Үкенескә ҡаршы, беҙгә бүленгән грипҡа ҡаршы вакциналар етмәйәсәк. Шуға күрә быны хәл итеү юлдары эҙләнә. Район хакимиәтендә 2013/14 йылдарҙа киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияларын профилактикалау буйынса план ҡабул ителде. Унда ойошма, учреждение етәкселәренә 70 процент хеҙмәткәрҙәрен вакцинациялау буйынса эште ойошторорға тәҡдим ителә. Минең уйымса, вакцина һатып алыу өсөн аҡсаны йәлләргә ярамай. Сөнки, әйтеп китеүемсә, быйыл гриптың айырыуса көслө булыуы көтөлә. 28-се үҙәк дарыухананан алған мәғлүмәттәр буйынса әлеге көнгә тиклем район-ҡаланың бер учреждениеһы ла грипҡа ҡаршы вакцина һатып алыу өсөн заявка бирмәгән.

– Ҡайһы осраҡта прививканы яһатырға ярамай?

– Грипҡа ҡаршы прививканы алты айға тиклемге сабыйҙарға, йомортҡа ағына аллергияһы булғандарға, хроник сир киҫкенләшкән саҡта, ауырыған мәлдә эшләргә ҡәтғи тыйыла. Шул уҡ ваҡытта ауырыған кешенең тән температураһы нормаға килгәс, вакцинация үтергә мөмкин. Ҡайһы бер кешеләр гриптан прививка яһатырға ҡурҡа, әммә бында бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ. Вакцинациялау хатта ВИЧ-инфекциялыларға ла тәҡдим ителә. Әлбиттә, прививка яһатҡан кеше грипп менән ауырымаясаҡ тигән тулы гарантия бирелмәй. Шул уҡ ваҡытта, киҙеү йоҡторған осраҡта, ул еңел формала үтәсәк.

– Был сир тураһында тағы ниҙәр әйтер инегеҙ?

– Грипп, киҫкен респиратор вирус инфекцияларынан прививка яһатыу һәр кемдең шәхси эше. Әммә вакцинациялау – иң яҡшы профилактик сара булыуын онотмағыҙ. Шулай уҡ күп кешеләр ошондай ауырыуҙарҙы аяҡ өҫтө йөрөп үткәрә. Был инде иң хәүефлеһе. Кемгәлер ябай тымау, әҙерәк хәл бөтөү генә булып күренгән сирҙәр, кешене эстән “ашауы”, хроник ауырыуҙарға әүерелеүе мөмкин. Һуңғы йылдарҙа гриптың пневмония, бронхит һ.б. сир менән йәнәш килеүе күҙәтелә.

– Йыш ҡына кешеләр грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекциялары нимә менән айырылыуы хаҡында уйлана. Тәүге билдәләре лә бер үк кеүек…

– Гриптың үтә ауыр формала үтеүен оноторға ярамай. Уға дусар булған кешенең хәле ваҡыт үткән һайын ауырлаша ғына бара. Тән температураһы 39-40 градусҡа тиклем күтәрелә һәм төшмәй, ныҡ итеп баш ауырта, ҡалтырата, өшөтә, тән ҡыйралып бара. Грипп менән ауырыған кешелә тымау һәм йүткереү өсөнсө көнгә генә барлыҡҡа килә. Әлбиттә, бындай осраҡта мотлаҡ табипты йортҡа саҡыртырға кәрәк. Сөнки грипп менән ауырыған кеше түшәк режимын күҙәтергә тейеш.

– Шәүкәт Тәүфиҡ улы, ә гриптың эпидемияһы ҡасан көтөлә?

– Был ауырыу һалҡындар төшөү менән башланһа ла, ғинуар, февраль, март айҙарында уның эпидемияһы көтөлә. Ошо мәлдә айырыуса күп кешеләр ауырый. Әлбиттә, әгәр сирле кешеләр үҙенең һаулығына етди ҡарашта булһа, ауырыуҙар һаны кәмерәк булыр ине. Беҙҙә нимә күҙәтелә? Ауырыу кеше дарыухананан алған дарыуҙарҙы йотоп, хәле булмаһа ла, эшкә йөрөүен дауам итә. Вирус сығанағы булараҡ, ул тағы күпме кешегә грипп йоҡтора! Кешенең бит үҙе алдында ғына түгел, ә башҡалар алдында ла яуаплылығы булырға тейеш. Ауырыу кеше булған бүлмәне йыш елләтергә, табип яҙған дарыуҙарҙан тыш, витаминдар ҙа ҡабул итергә кәрәк.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Һәр кем үҙенең һаулығы тураһында хәстәрлек күрер, тип ышанабыҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА әңгәмәһе.