Министерство здравоохранения

Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан 
Баймакская центральная городская больница
453630, Россия, РБ, г. Баймак, ул. Мира, 1
Тлф/Факс (Приемная Главного врача) (34751) 3-21-61.
Взрослая поликлиника (регистратура) (34751) 3-22-52.
Детское поликлиника    (регистратура) (34751) 3-20-21.
Приемный покой (34751) 3-22-09.
E-mail: baimak.cgb@doctorrb.ru
  • В выходные и праздничные дни июня ГБУЗ РБ Баймакская ЦГБ работает по следующему графику: 10 июня 2023 г. — по графику субботы с 08:00 до 17:00 ч. с приемом вызовов, в том числе неотложных до 16:00; 11 июня 2023 г. — выходной день; 12 июня 2023 г. — по графику праздничного дня с 08:00 до 17:00 ч. с приемом вызовов, в том числе неотложных до 16:00; 10 и 12 июня обеспечивается иммунизация населения РБ от новой коронавирусной инфекции COVID-19 c с 08:00 до 17:00 ч. в фельдшерско-акушерских пунктах, в том числе мобильных, сельских врачебных амбулаториях и участковых больницах, согласно графику работы, утвержденным главным врачом медицинской организации.

1988 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы СПИД ауырыуының пандемияға әүерелеүенә, йәғни үтә ныҡ таралыуына борсолоу белдергәйне. Был проблемаға кешеләрҙең иғтибарын йүнәлтеү өсөн 1 декабрь – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө тип иғлан ителде.

Ни өсөн СПИД-ВИЧ-инфекцияһы Ер шарының ҡатмарлы мәсьәләһенә әүерелде һуң? Сөнки был ауырыу бар кешелекте һәләкәткә килтереүе ихтимал. Рәсәй Федерацияһы ВИЧ-инфекцияһының таралыуы буйынса бар Ер шарында беренсе урында тора. 2012 йылдың аҙағында илебеҙҙә 703 781 кеше ошо ауырыуға дусар булған. СПИД беҙҙең 90 меңдән ашыу граждандың ғүмерен өҙгән.

Башҡортостанда ла ВИЧ-инфекцияһының көндән-көн таралыуы күҙәтелә. 1987 йылдан 19930 ауырыу билдәләнгән, 11067 кеше диспансер теркәүендә тора. Улар 21 йәштән 50 йәшкә тиклемге хеҙмәткә яраҡлы кешеләр.

2013 йылдың 1 октябренә тиклем республикала 1891 ВИЧ-инфекциялы билдәләнгән, шуларҙың 1196-һы – ир-егеттәр (63%), 695-е – ҡатын-ҡыҙҙар (37%). Быйыл ВИЧ-инфекцияһы айырыуса Өфө, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һәм Мәләүез районында күбәйгән.

ВИЧ инфекциялыларҙың 48,1% – 31-40 йәштә, 32,2% – 21-30 йәштә, 12,3% – 41-50 йәштә, 5,4% – 51 йәштән өлкәнерәктәр, 0,4% – балалар. Һуңғы йылдарҙа был ауырыуға өлкән йәштәгеләр ҙә дусар була башланы.

ВИЧ-инфекцияның таралыу сәбәптәрен анализлау шуны күрһәтте: һуңғы йылдарҙа ул аҙғын енси тормош алып барған кешеләр араһында тарала. Шулай уҡ наркотикты бер энәнән ҡаҙаған наркомандар араһында ла был ауырыу йыш теркәлә.

Һуңғы йылдарҙа ВИЧ-инфекциялы ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбәйеүе лә борсоуға һала. Уларҙың күпселеге йәштәр булыуын иҫәпкә алғанда, ауырыу артабан тағы ла арта. 1987 йылдан алып республикала 2131 ВИЧ-инфекциялы ҡатын бала тапҡан. Был балаларҙың 1558-е иҫәптә торһа, 133 баланың ВИЧ-инфекциялы булыуы билдәләнгән. Киләсәктә уларҙы еңел булмаған тормош көтөүен, аҙым һайын үлем һағалауын һәр кем аңлайҙыр, моғайын.

1987 йылдан Башҡортостанда 3392 ВИЧ-инфекциялы үлгән. Быйыл был ауырыу 375 кешене һәләк иткән.

СПИД-тың бар кешелеккә янаған ҡурҡыныс ауырыу икәнлеген аңларға ваҡыт. Ул социаль сәйәсәттең төп йүнәлеше булараҡ, күҙ уңынан ысҡындырылмаһын ине. Шул саҡта ғына кешелек быуат афәтенең артабан таралыуына юл ҡуймаҫ.

БР СПИД һәм инфекция ауырыуҙарын

профилактикалау үҙәге.