Байрамды – саф һауала!
Ватанды һаҡлаусылар көнөн Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы коллективы бына тиҫтә йылдан ашыу инде ҡалала түгел, ә ҡырҙа – «Зарница» уйыны менән үткәрә. Баймаҡтарҙың саҡырыуы буйынса быйыл был йолаға Асҡар һәм Йылайыр район, Сибай ҡала дауаханалары хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Хәрби-патриотик уйын Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә 100 һәм совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулыуға арналды.
Хәрби-патриотик тәрбиә биреү маҡсатында ойошторолған «Зарница» уйыны уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Пермь өлкәһенең Краснокама районында йәшәгән Зоя Кротова исемле ябай уҡытыусы тарафынан уйлап сығарылған. Рәсми рәүештә был хәрби-спорт уйыны СССР-ҙа 1967 йылдан үткәрелә башлаған. Совет балаларының яратҡан уйындарының береһе һаналған «Зарница» бөгөн иһә онотола башлаған саралар исемлегенә инә бара. Тик Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы коллективы өсөн түгел. Сөнки улар бына тиҫтә йылдан ашыу инде Ватанды һаҡлаусылар көнөн ошо уйынға бағышлай.
Аҡ халатлылар араһында ярыштар ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Ҡаршылыҡлы йүгереү, биатлон, уҡ атыш, арҡан тартыш, медицина ярҙамы күрһәтеү һәм батша-тауҙы яулау кеүек ярыштар командаларға еңеү рухын ғына өҫтәп ҡалманы, үҙ-ара дуҫлыҡ ептәрен дә нығытты.
Тәбиғәт бүләге - Темәс ауылы янындағы Ягалса тауы итәгендә - иҫ киткес йәмле Монаш шишмәһе буйында барған «Зарница» уйынында беренселек кубогын сибайҙар яуланы. Уйынды ойоштороусылар ҙа һынатманы – икенсе урын баймаҡтарға тәтене. Асҡар һәм Йылайырҙар иһә ҡалған урындарға лайыҡ булды. Артабан ҡатнашыусылар саф һауала тәмле һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте. Әйткәндәй, ҡыр кухняһын Темәс участка дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.
Ватанды һаҡлаусылар көнөндә барлыҡ көслө заттар яҡындары тарафынан ҡотланып өйҙә ултырһа, Урал аръяғының медицина хеҙмәткәрҙәре бына шулай «Зарница» хәрби-патриотик уйынында көстәрен һынай. Был уйын сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йәһәтенән генә түгел, ә тап бөгөн – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә - уйналыуы менән күңелдәрҙә тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөүебеҙҙе арттыра. Тик уның бары уйын ғына булып ҡалыуын, илебеҙҙең тыныс булыуын теләйек!
Айгөл Иҙелбаева, Хәйҙәр Көмөшбаев, Яңылыҡтар, Баймаҡ районы.