Хирургияға бағышланған ғүмер

90-сы йылдар. Дарвин Зыяев рентген һүрәтен тикшерә
Зәйтүнә лә үҙҙәренең мәктәбендә эшләп алғандан һуң Бөрө педагогия институтына уҡырға инә. Егет әрме сафынан ҡайтҡас, улар көтмәгәндә һабантуйҙа осраша. Бына шулай уларҙың юлдары мәңгелеккә бергә ҡушыла – 1965 йылда улар сәстәрен сәскә бәйләй. Ул ваҡытта Зәйтүнә институтты тамамлап, Силәбе өлкәһенең Кукшик станцияһында эшләп йөрөгән була. Дарвин ял көндәрендә һөйөклөһө янына ҡайтып йөрөй.
1970 йылда институтты тамамлаған йәш врачҡа Баймаҡ районына йүнәлтмә бирелә. Был ваҡытта уларҙың ҡыҙҙары Ленаға 2 йәш кенә була. Һыуыҡ көҙ көнө. Йәш ғаилә ҙур өмөттәр менән Баймаҡҡа килеп төшә. Ә уларға фатир юҡ – машиналар эшләү заводының таҡтанан ғына эшләнгән бер бүлмәһен бирәләр. Аҙна ла үтмәй ҡыҙҙары ныҡ ауырып китә һәм улар кире ҡайтырға йыйыныуын белдергәс, баш табип Михаил Антонов Дарвин Фәйзер улын Темәс ауылына баш табип, хирург итеп эшкә ебәрә. Бында ул халыҡты 3 йыл дауалай. Врачтар етешмәү сәбәпле, 1974 йылда уны хирургия бүлеге мөдире итеп Баймаҡ дауаханаһына күсерәләр, яңы төҙөлгән йорттан фатир бирәләр. Дарвин Фәйзер улы шул көндән алып оҙаҡ йылдар алмаштырғыһыҙ хирург була, поликлиниканы етәкләй. Баш табип булырға ла тәҡдим итәләр, әммә үҙ эшенә мөкиббән врач был тәҡдимдән баш тарта. 40 йыллыҡ хеҙмәт стажы менән ул хаҡлы ялға сыға.
– Эшләгән осоромда Куйбышевта, Алма-Атала, Тбилисила, Өфөлә квалификацияны күтәреү курстарында 4-әр ай белем алырға тура килде. Алма-Атала уҡып ҡайтҡас, ҡан тамырҙарына операциялар эшләй башланым. 1985 йылда ашҡаҙанды тикшерә торған приборҙар алып, эндоскопия кабинеты астым. Темәстә эшләгәндә миңә тиклемге баш врачтың һөйәккә операция эшләү буйынса инструменттары күп ине. Шунда уҡ һөйәктәргә операциялар эшләй башлағайным – миңә шелтә бирҙеләр. Үҙ ғүмеремдә операцияны күп эшләнем инде ул: бауырға, ашҡаҙанға, эсәккә, бүҫергә, гинекологик сирҙәргә лә яһарға тура килде, аборт та беҙҙең иңдә ине. Операция ваҡытында ҡан кәрәк булһа – үҙебеҙ ятабыҙ, беҙҙең ҡанды алып пациентҡа ебәрәләр ҙә, тороп операцияны дауам итә торғайныҡ. Ғимаҙи Хәсәнов, Фәрит Яхин һәм мин – өс хирург бергә иңгә-иң терәп эшләнек, – тип яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты һаулыҡ һаҡлау ветераны.
Үҙ эшен яратҡан юғары категориялы хирург “СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, “СССР-ҙың почетлы доноры” исемдәренә лайыҡ була, СССР-ҙың, БАССР-ҙың байтаҡ Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Зәйтүнә инәй Баймаҡ интернат-мәктәбендә, 2-се мәктәптә белем бирә. Ғаиләләрендә Лена исемле ҡыҙ менән Дамир исемле улдары тыуа. Әлеге көндә бәхетле ғаиләнең 3 ейән-ейәнсәре бар. Әйткәндәй, быйыл декабрь айында Зияевтар үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләй. Форсаттан файҙаланып, уларҙы ғаилә байрамдары менән дә ысын күңелдән ҡотлап, ауырымай-һыҙланмай тағы ла оҙон-оҙаҡ бергә-бергә йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Дарвин олатай әлеге көндә баҡса үҫтереүҙән, балыҡ тотоуҙан оло йәм һәм тәм таба. Киләсәктә лә яратҡан шөғөлдәре тик ҡыуаныс ҡына килтерһен!