Aa
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул.Мира 1
+7 (34751) 3-21-61
Aa

Тәжрибәле терапевт

Тәжрибәле терапевт
…Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Баймаҡ дауаханаһына килгән бер төркөм йәштәрҙе тар коридорҙар, ағас иҙәнле бәләкәй генә ҡыҙыл төҫтәге бина ҡаршы ала. Ул табиптар араһында терапевт һөнәрен үҙләштергән Зәйтүнә Хәйретдин ҡыҙы Яхина ла була.
“Баймаҡҡа мин 1967 йылдың 13 июлендә курсташтарым менән бергә йүнәлтмә буйынса ҡайттым. Үҙем сығышым менән Түбә ҡасабаһынан. Ул ваҡытта 100 койка урынға иҫәпләнгән ҡыҙыл дауаханала 7 табип эшләй ине”, – тип Зәйтүнә Хәйретдин ҡыҙы хәтер ебен һүтә.
Районға йүнәлтмә менән ҡайтҡан Зәйтүнә Хәйретдин ҡыҙын Өфөлә медицина институтында белем алып йөрөгән тормош иптәше Фәрит Әхмәт улы оҙатып ҡала. Шуғалырмы, йәш ҡатын ике йылдан Баймаҡтан китермен, тип өмөтләнә: “Тик тормош башҡасараҡ булды. Бергә килгәндәрҙән бер мин генә тороп ҡалдым. Тормош иптәшем ситкә китеүгә ҡырҡа ҡаршы төштө. Ул тыуған еренә хеҙмәт итеүҙе өҫтөн күрҙе. Баштараҡ күндереп маташтым, унан, өйрәнеп алғас, үҙемдең дә киткем килмәне. Тора-бара дауахана тыуған йортобоҙға әүерелде”.
Йәштәр ең һыҙғанып эшкә тотона. Зәйтүнә Хәйретдин ҡыҙы башта поликлиникала терапевт була. Алтынға торошло табипҡа сират теҙелә. “Бөгөн документтарыңды тапшырып, иртәгә ауырыуҙарҙы ҡабул итә башларһың, тип мине кадрҙар бүлегенә оҙаттылар. Фельдшер, акушер һәм медсестраларҙан ғына торған коллектив мине үҙ итте. Хатта икенсе көндө көтөп тә тормайынса, пациенттарҙы ҡабул итеүгә ултыртып ҡуйҙылар. Сәғәткә лә ҡарамай, ҡараңғы төшкәнсе сирлеләрҙе ҡараным. Әле хәтерләүе генә еңел, ул ваҡытта ауыр ине. Поликлиникала мин ике йыл эшләнем. Унан стационарға күсерҙеләр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо өлкәлә хеҙмәт иттем. 1973-1978 йылдарҙа дауалау буйынса рәйес тә булдым. Минән һуң был вазифаны, яңы бинаға күскәс, тормош иптәшемә йөкмәттеләр”, – тип хәтерләй ул.
Ауырлыҡтар тураһында һүҙ сыҡҡас, Зәйтүнә Хәйретдин ҡыҙы тағы ла уйға ҡалды: “Әлбиттә, ауыр булды. Хатта биохимия анализын эшләүсе, ЭКГ кеүек аппараттар ҙа юҡ ине. Сирлегә диагноз ҡуйыр өсөн тыңлап, тотоп, һыйпап ҡарайһың. Беҙгә күберәк уйларға тура килде”.
Шулай ҙа ауырлыҡтарға ҡарағанда ҡыуаныслы мәлдәр күберәк була. Яңы бинаға күсеү, һәр килгән яңы аппарат… Ошоноң кеүек һ.б. күренештәргә һөйөнөп хеҙмәткә бағышланған ғүмере үтә. “Иң һөйөндөргәне – дауаханаға яңы табиптарҙың килеүе. Улар араһында яҡын дуҫтарыма әүерелгән Зәйтүнә Фазыл ҡыҙы Мукаева, Асия Сәфәрғәле ҡыҙы Ҡоланбаева, Сабира Әхмәт ҡыҙы Байрамғолова, Галина Александровна Пелагеиналар бар ине”, – тип йылмайып ҡуйҙы медицина өлкәһе ветераны.
Әле Зәйтүнә Хәйретдин ҡыҙы хаҡлы ялда. Ике ҡыҙы һәм улының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй ул. Тормошта осраған ниндәй генә хәлдә лә үҙендә йылмайыу өсөн көс таба.
Возврат к списку