Aa
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул.Мира 1
+7 (34751) 3-21-61
Aa

Эшенән йәм таба

Эшенән йәм таба
Айгөл Мырҙабулатова – Сәйғәфәр ауылы ҡыҙы. Әсәһе Гөлшат Әбделхәй ҡыҙы һәм атаһы Рәсүл Мөхәмәҙи улы ҡыҙҙарын үҙҙәре кеүек уңған, эшһөйәр итеп тәрбиәләргә ынтыла. Фельдшер булып эшләгән әсәһенең көн-төн кешеләргә ярҙамға ашығыуын күреп үҫә ҡыҙ. Шуға күрә Айгөл дә медицина училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тама

млағас, белемен камиллаштырыу өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетының юғары шәфҡәт туташтары факультетында белем ала.
Айгөл Рәсүл ҡыҙы Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының иҫәп һәм медицина статистикаһы кабинетының мөдире булып эшләй. Район һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең бар мәғлүмәте уларҙың хеҙмәте аша үтә.
А. Мырҙабулатованың эшенә намыҫлы ҡарашы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты, район-ҡаланың Почет грамоталары менән билдәләнгән. Эшенән йәм табып эшләгән Айгөл Рәсүл ҡыҙының артабан да тик шатлыҡ-ҡыуаныстарға, уңыштарға сорналып йәшәүен теләйбеҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Возврат к списку