Aa
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул.Мира 1
+7 (34751) 3-21-61
Aa

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Табип… Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙҙә күпме мәғәнә ята. Ул ябай кеше лә, дауалаусы ла, ә кем өсөндөр ул – Аллаһы Тәғәләнең уң ҡулы ла.

„Табип һөнәре – ул батырлыҡ. Ул үҙ-үҙеңде аямауҙы, күңелеңдең һәм уйҙарыңдың саф булыуын талап итә“, – тип яҙған Антон Чехов. Ошо көндәрҙә үҙенең 60 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы, юғары категориялы ойоштороусы, медицина фәндәре кандидаты, районда ғына түгел, республикала билдәле табип, ауылдашым Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы Ғүмәров хаҡында тап шулай тиергә була. Яҙмыш һынауы буйынса ҡурҡыныс авария арҡаһында уның ҡул аҫтына барып эләгеп, аҙаҡ инде аяҡҡа баҫып „икенсегә“ йәшәй башлағас, табип һөнәренең донъялағы иң изге һөнәрҙәрҙең береһе икәнлегенә тағы бер тапҡыр инандым.

Бындай кеше тураһында яҙыу еңел дә, күңелле лә икән. Еңел, сөнки матур һүҙҙәр һайлап тораһы юҡ. Күңелле, сөнки кешеһе яҡшы.

Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы Байым ауылында тыуған. Атаһы Ишмөхәмәт олатай менән әсәһе Кинйәбикә инәй үҙ заманының бар ауырлығын күргән, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыған кешеләр ине. Ғүмәровтарҙың күп балалы ғаиләһендә барыһы ла уҡып, һөнәр алырға тырыша, ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тормошта һәр береһе үҙ урынын таба, намыҫ менән эшләй, ғаилә ҡороп балалар үҫтерә.

Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы урта мәктәпте тамамлағас, 1971 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Ошонда тормош иптәше Күгәрсен районы ҡыҙы Фәрҙиә Ғәлийән ҡыҙы менән таныша, йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй. Уҡыу йортон тамамлағас, Ғүмәровтар ғаиләһе Баймаҡ дауаханаһына эшкә ҡайта. Тиҫтә йылдар үтә һәм улар икеһе лә район һәм ҡала халҡының ихтирамын яулаған абруйлы кешеләргә әйләнә.

Миңлеғәле ағайҙы юғары категориялы оҫта хирург тип беләбеҙ. Оҙаҡ йылдар хирург, хирургия бүлеге мөдире булып эшләгән осорҙа бик күпте кисерергә тура килгәндер уға. Хирург – иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһелер ул. Ауырыуға диагноз ҡуйыу, операциялар яһау… Ата-әсәгә, дуҫтарға, балаларға беренсе сиратта иң ауыр хәлде улар еткереүен дә оноторға ярамай. Һәр бер сирҙе, операцияны улар йәндәре, уй-хистәре аша үткәрә. Авариянан һуң, бер нисә сәғәтлек ҡатмарлы операция яһағас, оҙаҡ ҡына ваҡыт мин һаман да иҫкә килә алмай ыҙалағанда, ҡанаты һынған ҡош һымаҡ ҡалған иремде, ҡайғынан бөгөлөп төшкән ата-әсәйемде уның йыуатыуы, уларҙы матур һүҙҙәр менән өмөтләндереүе, хатта шаяртып күңелдәрен күтәреүе өсөн әле лә рәхмәтлемен. Иҫемә килеп, бер аҙ арыулана башлағас, уның палатаға инеп үҙебеҙҙең ауыл хәлдәре, ауылдаштар менән булған мәҙәк хәлдәрҙе һөйләүе, киләсәккә пландарым менән ҡыҙыҡһыныуы ғына ла миңә артабан йәшәргә көс бирҙе, мине бер нәмәгә лә бирешмәҫ оптимисҡа әйләндерҙе, шикелле. Шулай, техник прогресс та, иң яңы методикалар ҙа, дарыуҙар ҙа ауырыуҙар менән йылы мөғәмәләне алмаштыра алмай шул…

Әле лә ул-был ерем һыҙлап китһә, „һаҡлаусы фәрештә“гә әйләнгән Миңлеғәле ағайға барам. Уның тәғәйенләгән дауаһы ла килешә, аҡыллы кәңәштәре иһә артабан йәшәргә көс бирә. Минеңсә, Гиппократ анты биргән кеше тап бына Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы кеүек булырға тейештер ул.

Коллегаларың араһында хөрмәт коллективҡа, эшеңә, ауырыуҙарға ҡарата мөнәсәбәт менән яулана. Ә М.Ғүмәров ысын абруй ҡаҙанған шәхес. Бына һуңғы ете йыл ул Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһын етәкләй. Ә был эш еңел түгел. Үҙенсә бер дәүләт булған һәм халыҡҡа көн дә кәрәк дауахананың бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре, ауырыуҙар тураһында даими хәстәрлек, биналарҙың торошо, тирә-яҡты төҙөкләндереү, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, кадрҙар менән тәьмин итеү, медицина белгестәренең һөнәрен камиллаштырыу һәм башҡалар – барыһы ла уның яуаплылығында. Ҡайһы ваҡытта етәксегә принципиаль, талапсан да булырға тура килә. Районда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һуңғы йылдарҙа өлгәшелгәндәр (ә уңыштар бихисап!) дауаханала эштең тейешле кимәлдә алып барылыуы, оҫта ойошторолоуы хаҡында һөйләй.

Хеҙмәтендә абруй ҡаҙанған ир азаматы – өйҙә өлгөлө ғаилә башлығы. Бар ғүмерен педиатрияға бәйләгән Фәрҙиә Ғәлийән ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улдары Азат һәм ҡыҙҙары Гүзәл медицина юлын һайланы, Азаматтың да үҙ шөғөлө бар. Юғары категориялы врач Азат баш ҡалала эшләй, өмөтлө хирург. Р.Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатын бергә тамамлаған класташым Учалы ҡыҙы Эмма менән матур ғаилә ҡорҙолар, Әғзәм исемле ул үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Гүзәл терапевт һөнәрен алды, әле йөрәк ауырыуҙары буйынса ординатурала уҡып йөрөй. Бер туған һеңлеһе Таңһылыу апай йәшләй генә вафат булғас, уның улы Айҙарҙың да яҙмышында ҙур роль уйнай олатаһы. Хәҙер инде ул да табиплыҡҡа уҡып сыҡты, әле Баймаҡта хирург булып эшләп йөрөй, үҙ ояһын ҡорҙо.

Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша Миңлеғәле ағай. Бер нисә саҡырылыш район Советы депутаты итеп һайланды. Тыуған яғындағы бер саранан да ситтә ҡалмай, ауылдаштары ла төрлө осрашыуҙарға, йыйылыштарға, кисәләргә саҡырып тора. Ауырып китһәләр ҙә, улар: „Беҙҙең Миңлеғәле больницанан ҡайтмай эшләй, барһаҡ, ҡарап ебәрер әле“, – тип күҙ төбәп килә.

Миңлеғәле Ишмөхәмәт улын олпат юбилейы менән тәбрикләп, киләсәктә һеҙгә башҡаларға бүләк иткән сәләмәтлекте теләп, барлыҡ районыбыҙ халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Яҡшы табиптар күп, тик һеҙҙең һымаҡтар һанаулы ғына!

Сәлимә Кейекбирҙина.
Возврат к списку