Aa
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул.Мира 1
+7 (34751) 3-21-61
Aa

Уҙған йылды барлайбыҙ, иң-иңдәрҙе данлайбыҙ

Уҙған йылды барлайбыҙ, иң-иңдәрҙе данлайбыҙ
Үткәндәргә йомғаҡ яһай, киләсәккә бурыстар билдәләй торған матур йола бар беҙҙә. Төрлө өлкәлә алдынғылыҡты бирмәгән, йәшәү рәүеше, фиҙаҡәр хеҙмәте менән тормошобоҙға сағыу биҙәктәр өҫтәгән кешеләрҙе һәм онотолмаҫ ваҡиғаларҙы барлап, беҙ  муниципаль район һәм ҡала биләмәһе хакимиәттәре, уның хеҙмәттәре менән берлектә «Йыл» номинацияһында еңеүселәрҙе билдәләнек.

Йыл табибы

Рәшиҙә Барый ҡыҙы Хәсәнова Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында участка терапевы булып эшләй. Башҡа өлкәләрҙә тәжрибә туплап килгән Рәшиҙә Хәсәнова хеҙмәтен яратып, намыҫ менән башҡара. Хәҙерге ваҡытта ул шулай уҡ врач-кардиолог та булып тырышып эшләй.

Йыл шәфҡәт туташы

Гөлсинә Әсҡәт ҡыҙы Мөхәмәтова Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына 1990 йылда эшкә килә. Үҙ эшен яратҡан, яғымлы, хәстәрлекле ҡыҙҙы хирургия бүлегенә йүнәлтәләр. Эш бик ауыр булһа ла, Гөлсинә Әсҡәт ҡыҙы уны ысын күңелдән башҡара. 2003 йылда үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән Гөлсинә Мөхәмәтованы поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. Тырыш хеҙмәте өсөн ул үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселеге, район хакимиәтенең Почет грамоталарына һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ була.
Возврат к списку