Aa
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул.Мира 1
+7 (34751) 3-21-61
Aa

Заманса инфекция бүлеге

Заманса инфекция бүлеге
Яңы төҙөлөш объекттарының береһе – инфекция бүлеге бинаһы, ҡала ғына түгел, ә бар район халҡының иғтибар үҙәгендә. Сөнки был бүлектә үҙ эшен яратҡан, тәжрибәле медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Уларға бер нисә йыл инде үҙҙәренең ауыр хеҙмәтен бының өсөн ҡулайлаштырылған бәләкәй бинала башҡарырға тура килә. Һәм, ниһайәт, дауахана ҡаласығында яңы бина – инфекция бүлеге ҡалҡып сыҡты. И.А. Тажетдинов менән И.Х. Ситдыҡов был бинаны ла ҡарап сыҡты, үҙәк ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашып һөйләште.

Әйтергә кәрәк, был инфекция бүлеге кеүек заманға яраҡлаштырып төҙөлгән дауахана бүлеге республикала бармаҡ менән һанарлыҡ. Ауырыуҙар өсөн айырым бокстар булдырылған. Йоғошло сирҙәргә дусар булыусыларға коридорға ла сығып йөрөргә кәрәкмәйәсәк. Инфекция бүлеге мөдире, билдәле табип Г.Ә. Латыпова: “Беҙҙең бүлектә төрлө йоғошло ауырыуҙар менән ауырыған кешеләр ята. Ҡайһы берәүҙәренә мотлаҡ түшәктә генә ятып дауаланырға кәрәк. Шуға күрә бындай ауырыуҙарға айырым шарттар тыуҙырыу мөһим. Беҙҙең яңы бинала уларҙың барыһы ла булдырылған. Шуға күрә бөгөн коллективтың ҡыуанысы сикһеҙ. Әлбиттә, тиҙерәк яңы бинаға күсеп, заманса шарттарҙа эшләй башлағы килә. Инфекция бүлегенең яңы бинаһы өсөн республика Хөкүмәте, район етәкселегенә ҙур рәхмәт. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа халыҡтың һаулығы мәнфәғәтенә көсөбөҙҙө йәлләмәй эшләйәсәкбеҙ”, – тине ҡыуанысы менән уртаҡлашып.

Эйе, яныбыҙҙа шундай төҙөлөш объекттары тапшырылғанда, урамдарҙа гөрләп төҙөлөш эштәре барғанда, ҡалабыҙҙың киләсәгенә өмөт бик ҙур икәнлегенә инанаһың. Тимәк, Баймаҡ тағы ла ҙурая, күркәмләнә генә бара. Әлбиттә, ниндәйҙер проблемалар бар әле. Әммә әҙәм балаһы был донъяла көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеп, эргә-тирәһен тағы матурайтырға ынтылып йәшәргә тейеш бит. Шуға күрә Республика көнө алдынан ҡалабыҙҙа үткән тантаналар, Башҡортостандың йөҙөк ҡаштарының береһе булған Баймаҡта тормош гөрләүен күрһәтте. Киләсәктә ҡалабыҙға тағы ла ҙурайырға, күркәмләнергә генә яҙһын!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор фотоһында: Г.Ә. Латыпова инфекция бүлеге тураһында һөйләй.
Возврат к списку